Һөнәри байрамдарын ҡаршылап
Кемдәр генә төйәк итмәгән изге Күгәрсен ерен! Кемдәр генә уға ерегеп, халҡы мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт итмәй һәм күркәм булмышы менән төбәгебеҙгә йәм өҫтәмәй!
Ейәнсура районының Яныбай ауылында тыуып үҫкән, ябайлығы, ихласлығы менән күңелде арбаусы Миләүшә менән Илфир Байбулатовтар ҙа 2002 йылдың декабрендә беҙҙең районға күсеп килеп, Мораҡ ауылын ғүмерлеккә төйәк иткән.
Үҫмер сағынан уҡ иретеп йәбештереүсе һөнәрен яратып үҙләштергән алтын ҡуллы Илфир Салауат улы – торлаҡ-коммуналь хужалығының айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итеүсе “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһының намыҫлы хеҙмәткәре. Икенсе яртыһы – Миләүшә Роберт ҡыҙы 2003 йылда Мораҡ үҙәк район дауаханаһына медицина статистигы булып эшкә урынлашҡан, ә 2017 йылдан алып бөгөнгә ҡәҙәр регистратурала халыҡты хеҙмәтләндерә.
- Күгәрсен ере тыуып-үҫкән төйәгебеҙҙәй яҡын, - тиеүсе матур пар өс ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларға лайыҡлы тәрбиә биреү өсөн бөтә тырышлығын һалыусы хәстәрлекле ата-әсә лә, ейәндәре өсөн өҙөлөп тороусы бәхетле оләсәй-олатай ҙа.
Бар булмышын халыҡ мәнфәғәте өсөн хеҙмәткә бағышлаған һөнәрмән – Илфир Байбулатов хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың бөгөнгө һанында уҡығыҙ