Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфө вице-мэры Илдар Юланов «Башкиравтодор» етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Республикала юл ремонтлау-төҙөү буйынса дәүләт предприятиеһына етәксе итеп Өфө мэрияһынан 35 йәшлек Илдар Юланов тәғәйенләнде, тип хәбәр итте «Коммерсант-Башкортостан».

Илдар Юланов 2019 йылдың июленән Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары – Транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы булып эшләне. Бынан алда ул ошо идаралыҡта пассажир транспортын үҫтереү программалары бүлеге етәксеһе вазифаһын биләне.
«Башкиравтодор»ҙа етәксе һуңғы тапҡыр 2019 йылдың сентябрендә алмашынғайны. Ул саҡта генераль директор итеп Андрей Пролипото тәғәйенләнде.
«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте 24 мең саҡрымдан ашыу юлды, 1,6 меңдән күберәк күперҙе хеҙмәтләндерә. Былтыр «Башкиравтодор»ҙың табышы — 8,84 миллиард һум, зыяны 578,5 миллион һум тәшкил итте.
Читайте нас: