Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һөнәри оҫталыҡтарын күрһәттеләр

Беҙҙең районда беренсе тапҡыр республика торлаҡ-коммуналь хужалығы эшсәндәре араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы уҙҙы. Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалында уҙған сарала Әлшәй, Ауырғазы, Ғафури, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка һәм Күгәрсен райондарынан 38 кеше ҡатнашты. Әйткәндәй, уларҙың 4-әүһе гүзәл зат вәкиле ине. БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы һәм тармаҡ эшсәндәренең профсоюз комитеты ярҙамында ойошторолған ярыштың төп маҡсаты – эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм уларҙы пропагандалау, тәжрибә менән уртаҡлашыу, йәштәрҙе был тармаҡҡа ылыҡтырыу, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Беҙҙең районда беренсе тапҡыр республика торлаҡ-коммуналь хужалығы эшсәндәре араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы уҙҙы.
Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалында уҙған сарала Әлшәй, Ауырғазы, Ғафури, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка һәм Күгәрсен райондарынан 38 кеше ҡатнашты. Әйткәндәй, уларҙың 4-әүһе гүзәл зат вәкиле ине.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы һәм тармаҡ эшсәндәренең профсоюз комитеты ярҙамында ойошторолған ярыштың төп маҡсаты – эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм уларҙы пропагандалау, тәжрибә менән уртаҡлашыу, йәштәрҙе был тармаҡҡа ылыҡтырыу, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Сараға килеүселәрҙе район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев ҡотланы һәм уңышлы көн теләне.
Тәжрибәле слесарь-сантехниктар, ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары операторҙары, электромонтерҙар, электр менән иретеп йәбештереүселәр, урам һепереүселәр, тракторсы-машинистар айырым майҙансыҡтарҙа һөнәр оҫтаһы исеме өсөн көрәште.
Белгестәргә иң тәү сиратта теорияны яҡшы белеүҙе күрһәтергә кәрәк булды. Улар тест биремдәрендә дөрөҫ варианттарҙы билдәләне, билеттар буйынса хәүефһеҙлек техникаһына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Бәйгенең өсөнсө этабында һәр кем инструктаж үткәндән һуң үҙенең эше буйынса белгәндәрен һәм оҫталығын күрһәтте. Баһа ҡуйылғанда эшләгән эштең сифатына, технологияһына, хеҙмәт алымдарының дөрөҫлөгөнә, башҡарыу ваҡытына, хәүефһеҙлек ҡағиәҙәләре күҙәтелеүенә айырыуса иғтибар бирелде. Мәҫәлән, урам һепереүселәр сүп-сарҙы айырым тоҡтарға йыйҙы, триммер менән ҡый үләндәрен сапты, бордюрҙарҙы ағартты. Тракторсылар автодромда “тимер ат”тарҙы йөрөтөү оҫталығын күрһәтте. Улар түңәрәк буйлап йөрөргә, арба таҡҡан килеш тауға күтәрелергә һәм туҡталырға ғына түгел, ваҡытында тейешле сигналдар бирергә лә тейеш булды.
Судья - “Теплосеть” предприятиеһы баш инженеры Илнур Мәсәғүтов әйтеүенсә, электромонтерҙар бары тик дүртәү генә килгән, уларҙың барыһы ла схема буйынса эш итте.
Беҙҙең район данын ете кеше яҡланы, Мораҡ ауылының “Теплосеть” предприятиеһы электромонтеры Евгений Одинцов, Йомағужа ауылының “ВОДОКАНАЛ+СЕРВИС” йәмғиәте слесарь-сантехнигы Тимербай Мәүлетҡолов, Коммуналь үҫеш һәм төҙөкләндереү үҙәге дворнигы Сабит Әлимғолов төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы.
Шәхси беренселектә еңеү яулаусыларға маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр һәм сәскәләр гөлләмәләре тапшырылды.
Сараны ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа район хакимиәтенең йәшәйеш менән тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм элемтә мәсьәләләре бүлеге белгестәре, торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиелары ҙур ярҙам күрһәтте.
Читайте нас: