Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йылытыу сезонына әҙерлек бара

Йылытыу сезоны бөтөү менән, яңыһына әҙерләнергә кәрәк. “Теплосеть” муниципаль унитар предприятиеһы директоры Василий Смирнов менән әңгәмәләшкәндән һуң, планлаштырылған эштәрҙең 70 проценты башҡарылғаны асыҡланды.ОЙОШМА ЕТӘКСЕҺЕ МЕНӘН ӘҢГӘМӘНЕ БЕҘҘЕҢ САЙТТА УҠЫҒЫҘ:

Йылытыу сезоны бөтөү менән, яңыһына әҙерләнергә кәрәк. “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһы директоры Василий Смирнов менән әңгәмәләшкәндән һуң, планлаштырылған эштәрҙең 70 проценты башҡарылғаны асыҡланды.
– Василий Геннадьевич, үткән көҙгө-ҡышҡы осорҙа предприятиеның эшен нисек баһалайһығыҙ? Системала тотҡарланыуҙар, авариялар булдымы?
– Элек 6300 метр оҙонлоҡта ике торбалы йылылыҡ үткәреү трассаһын хеҙмәтләндерә инек. Дөйөм алғанда, ҡышты яҡшы ғына үткәрҙек, ике ҙур булмаған авария ғына теркәлде.
– Ремонтлау-тергеҙеү эштәре ҡасан башланды? Ниндәй эштәр башҡарылды һәм тағы ла нимәләр эшләргә кәрәк?
– Май айында 2020-2021 йылдар көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек башланыҡ. Дүрт ҡаҙанға, йылылыҡ үткәреү трассаға опрессовка яһаныҡ, контроль үлсәү приборҙарын тикшерҙек, ике өҙөклөкте бөтөрҙөк. 1-се үҙәк ҡаҙанлыҡта ике ҡаҙанға техник диагностика яһаныҡ. 2-сеһендә бикләү арматураһын ремонтланыҡ һәм тикшерҙек.
Әлеге мәлдә газ регулятор пунктының сәнәғәт хәүефһеҙлегенә – экспертиза, Мораҡ ауылының йылылыҡ үткәреү трассаһындағы бикләү арматураһына ревизия яһала. Июль-август айҙарында насостарҙы ремонтлау, газ торбаһын һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү торбаларын буяу эштәре күҙалланған.
– Ҡайһы бер ойошмалар, учреждениелар етәкселәренең һүҙҙәре буйынса, һыуыҡ осорҙа улар йылыны тейешле кимәлдә алмауы, биналарҙа һыуыҡ булыуы тураһында нимә әйтерһегеҙ?
– Беренсенән, белгестәр үлсәү эштәрен башҡарып, йылыны тапшырғанда биш градус ҡына юғалыуын асыҡланы. Был рөхсәт ителә. Икенсенән, ҡайһы бер биналарҙа алған энергия дөрөҫ ҡулланылмай. Тағы ла торбаларға юшҡын ултырыуы, үлсәү приборҙарының дөрөҫ күрһәтмәүе һәм башҡа сәбәптәр ҙә булыуы мөмкин.
– Ойошмағыҙҙың ҡайһы эшсәндәрен айырым билдәләп китер инегеҙ?
– Слесарҙар Рәдиф Сәйфетдинов, Сергей Уржунцев, Николай Щербаков, Сергей Волков, Валерий Мамедов, водителдәр Анатолий Туманов, Анатолий Чурилкин, контроль үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса слесарҙар Евгений Одинцов, Александр Рябов, Игорь Величко, электр-газ менән иретеп йәбештереүселәр Евгений Железнов һәм Илфир Байбулатовтарҙы билдәләп үтер инем. Улар барыһын да ентекле башҡара.
– Һеҙҙең ҡарамаҡта шулай уҡ мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениеларын хеҙмәтләндергән ҡаҙанлыҡтар тора.
– Дөрөҫ. Бер йыл эсендә 30 ҡаҙанлыҡ, шул иҫәптән биш блоклы автоном ҡаҙанлыҡ аутсорсингта торҙо, бер йыл элек уларҙы тулыһынса беҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырҙылар.
Үткән йылда төрлө ауылдарҙа биш ҡаҙанды алмаштырҙыҡ, ағымдағы йылдың июль айында – Мәҡсүт һәм Теләүембәт ауылдарында.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН яҙып алды.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: видитель Анатолий Туманов, ҡаҙанлыҡ операторы Валентина Ильясова.
Читайте нас: