Ябай эшсәндәрҙең ауыр һәм тынғыһыҙ хеҙмәте тураһында беҙ көндәлек тормошта уйланмайбыҙ ҙа. Тик фатир-йорттарҙа булдырылған ыңғай шарттар, урамдарҙағы тәртип-таҙалыҡ, беҙҙең тыныс, имен йәшәү... – бөтәһе лә уларҙың намыҫлы хеҙмәтенә бәйле.
Нәҡ бөгөн район мәҙәниәт һарайында үткән байрам сараһында бөтә ҡотлау һүҙҙәре, аҡ теләктәр халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре адресына юлланды.
Сараның хөрмәтле ҡунаҡтары, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары – Азамат Сәйфуллин, Валерий Павлов үҙ эшенең оҫталарын оло байрамдары уңайынан ҡайнар тәбрикләп, был өлкәләге ҡаҙаныштарҙы барлап үтте.