Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

“Эко-Сити” менән килешеү төҙөү – һәр юридик шәхестең бурысы

Йыл башында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә (ул һәр йомала видеобәйләнеш режимында уҙа) Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәр муниципалитетта юридик шәхестәрҙең төбәк операторҙары менән килешеүгә ҡул ҡуйыу кампанияһын уҙғарыуҙы тәҡдим итте. Уларҙың вәкилдәренең республиканың район-ҡалаларына сығыу графигы төҙөлдө. Бындай осрашыу беҙҙә лә үтте.

“Эко-Сити” төбәк операторы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, райондың бюджет ойошмалары менән килешеү төҙөү 100 процентҡа үтәлгән, килешеү төҙөргә тейеш шәхси эшҡыуарҙар иһә 500-ҙән ашыу.
Осрашыуғашулай уҡ сүп-сар сығарыу хеҙмәттәре өсөн бурыстары булған ойошмалар һәм 42 эшҡыуар ( тик уларҙың 21-е генә килгән) саҡырылғайны.
“Эко-Сити” вәкиле, килешеүҙәр эше секторының әйҙәүсе белгесе Ксения Низкова ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү реформаһын индереү буйынса законды үтәүҙең барыһы өсөн дә мотлаҡ булыуын, күсеү осороноң тамаланыуын, шуға ла эшҡыуар менән килешеү төҙөү процесын яҡын арала тамамларға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу хеҙмәтен күрһәтеү өсөн ике килешеү төҙөлдө һәм өс заявка бирелде.
А.ШАКИРОВА.
Читайте нас: