Мораҙым
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кем еңеүсе?

Башҡортостанда район-ҡалаларҙы яңы йылға иң яҡшы биҙәү конкурсына йомғаҡ яһалдыРадий Хәбиров аҙна һайын үткәргән оператив кәңәшмәлә “Иң яҡшы боҙ ҡаласығы” республика конкурсы йомғаҡтары менән таныштырҙы.

Башҡортостанда район-ҡалаларҙы яңы йылға иң яҡшы биҙәү конкурсына йомғаҡ яһалды
Радий Хәбиров аҙна һайын үткәргән оператив кәңәшмәлә “Иң яҡшы боҙ ҡаласығы” республика конкурсы йомғаҡтары менән таныштырҙы.
Конкурс комиссияһы бәйгегә йомғаҡ яһағанда төп майҙандар биҙәлешен, биналарҙағы һәм төп урамдарҙағы матур иллюминацияларҙы, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы иҫәпкә алған.
Һөҙөмтәлә ҡалалар араһында Өфө менән Нефтекамаға етеүсе булманы. Икенсе урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм өсөнсө урынды Туймазы ҡалаһы яуланы.
Райондар араһында Илеш районы еңеү яуланы. Икенсе урында – Тәтешле районы, өсөнсөлә – Ҡариҙел районы.

Бөтә призерҙар ҙа аҡсалата преия аласаҡ, беренсе урын өсөн - 500 мең һум, икенсе урын өсөн – 200 мең һум, өсөнсө урын өсөн – 150 мең күләмендә аҡса биреләсәк. Был аҡсалар ауыл-ҡалаларҙы артабан төҙөкләндереү өсөн тотоноласаҡ.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һүҙҙәре буйынса республикала бөтәһе 800-ҙән ашыу үҙәк ҡаласыҡтар, сауҙа нөктәләрендә, клуб һәм мәғариф учреждениеларында, парктарҙа, скверҙарҙа һәм башҡа йәмәғәт территорияларында 100-ҙән ашыу майҙансыҡтар эшләгән. Конкурсҡа 45 муниципалитеттан заявкалар килгән.

Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына территорияларҙы яңы йылға биҙәү буйынса башҡарған эштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, конкурстың еңеүселәренә һәм призерҙарына тапшырыласаҡ аҡсалата премияны киләһе йыл арттырырға тигән тәҡдим индерҙе.
Читайте нас: