Бөтә яңылыҡтар

Йомағужаларға - Яңы йыл бүләге

Йомағужа ауылында "Уңайлы ҡала мөхите" проекты сиктәрендә ял паркы асылды. Заманса парк ауыл биләмәһендә йәшәүселәр өсөн Яңы йыл байрамына оло бүләк булды.

Районыбыҙҙа халыҡтың тормош-көнкүрешен яҡшыртыу өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Быйыл ғына нисәмә социаль объект асылыуы ла шуны иҫбатлай. Һуңғыһы – Йомағужа ауылындағы мәҙәниәт һәм ял паркы Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалғас асылды һәм был ауыл биләмәһендә йәшәүселәр өсөн байрамға оло бүләк булды.
Билдәле булыуынса, 2017 йылда Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр “Уңайлы ҡала мөхите” проекты старт алғайны. Тантаналы шарттарҙа асылған парк та тап шул проект сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Ял итеү һәм мәҙәни күңел асыу урыны барыһының да күңеленә хуш килде: күк шыршылар ултыртылған, балалар өсөн тәғәйенләнгән уйын майҙансығы, спортты үҙ итеүселәр өсөн волейбол майҙансығы, ҙур ғына сәхнә төҙөлгән, йүгереү һәм велосипедта йөрөү өсөн юл һалынған. Уларҙан тыш, паркта ҙур шыршы, боҙ һындар, балалар өсөн боҙҙан эшләнгән тауҙар урын алған. Электән үҫкән аҡ ҡайындар ҙа дөйөм күренешкә йәм, матурлыҡ өҫтәй. Йәйгеһен фонтан сафҡа индереләсәк.
Йомағужаларҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин да килгәйне.
Ғайса Ғилметдин улы халыҡҡа үҙенең иң изге теләктәрен юлланы, Йомағужаның йылдан-йыл матурлана барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, халҡының тырыш булыуын билдәләне һәм паркты төҙөкләндереү эшенә ҙур көс һалған Рамин Тагиевҡа Рәхмәт хаты, иҫтәлекле бүләк, “Иртөбәк” физкультура-һауыҡтырыу комплексына волейбол һәм футбол туптары тапшырҙы. “Водоканал+Сервиз” йәмғиәте директоры Олег Назаров менән шәхси эшҡыуар “Р.Г. Айытҡужин” бригадаһы прорабы Фәрүәз Абдулов иһә рәхмәт хаттарын Рәмзил Ишһарин ҡулынан алды. Ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Сабитов район һәм республика етәкселәренә оло рәхмәт һүҙҙәрен юлланы, йомағужаларҙы паркка һаҡсыл ҡарарға саҡырҙы.
Район мәҙәниәт һарайы артистары ҡуйған матур концерт сараға байрам төҫө бирҙе, күңелдәргә шатлыҡ өҫтәне. Төрлө милләт вәкилдәрен үҙенә туплаған Йомағужа ауылындағы парк, һис шикһеҙ, ауыл халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнер.
Читайте нас: