Мораҙым
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәр өсөн берҙәм түләү ҡағыҙы индерелә

Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәр өсөн берҙәм түләү ҡағыҙы индерелә Рәсәй Хөкүмәте, еренә еткереп эшләнгән осраҡта, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса берҙәм түләү документын индереү тураһында закон проектын хуплауы ихтимал, тип хәбәр итә «Известия».

Рәсәй Хөкүмәте, еренә еткереп эшләнгән осраҡта, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса берҙәм түләү документын индереү тураһында закон проектын хуплауы ихтимал, тип хәбәр итә «Известия».
Әгәр закон проекты ҡабул ителһә, рәсәйҙәргә барлыҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ябайлаша. Үҙ сиратында, хөкүмәткә тарифтарҙың артыуын күҙәтеп барыу еңелләшә.
Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Пахомов етәкселегендәге депутаттар проектты быйыл июнь айында уҡ индерҙе.
Эксперттар фекеренсә, берҙәм түләү ҡағыҙы идара итеүсе компанияларҙың аҡсаны урлау хәүефен кәметә һәм иҫәп-хисапты асығыраҡ күрһәтә.
Түләү ҡағыҙында түбәндәге юлдар барлыҡҡа килә: идара итеү, йортто тотоу һәм ағымдағы ремонт, коммуналь хеҙмәттәр һәм ресурстар, сүп-сар сығарыу һәм капиталь ремонт өсөн аҡса. Был документ бер юлы бер нисә бланкты алмаштыра.
Бынан тыш, закон проекты авторҙары төбәктәрҙә иҫәп-хисапты үҙәкләштереү өсөн сығыш яһаны. Шулай итеп, әлеге схема урынына түләүҙәр күрһәтеү системаһын булдырыу күҙаллана: йортта йәшәүселәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы идара итеүсе компаниялар, ресурстар менән тәьмин итеүселәр, банктар йәки махсус иҫәп-хисап операторҙары ебәрергә мөмкин.
Читайте нас: