Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ
19 Сентябрь 2019, 14:21

Тиҙҙән йылы була

Беҙҙең редакцияға күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр “Ҡасан йылы бирәсәктәр?”- тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Ысынлап та, көн тимәй, төн тимәй яуған ямғыр былай ҙа һалҡын көндәрҙе тағы ла шыҡһыҙ итә, ә йылытылмаған, таш һыуығы килеп торған йорттарҙа йәшәп ҡара...

Беҙҙең редакцияға күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр “Ҡасан йылы бирәсәктәр?” тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Ысынлап та, көн тимәй, төн тимәй яуған ямғыр былай ҙа һалҡын көндәрҙе тағы ла шыҡһыҙ итә, ә йылытылмаған, таш һыуығы килеп торған йорттарҙа йәшәп ҡара...

Һорауға “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһы начальнигы Василий СМИРНОВ яуап бирә:

- Йылытыу миҙгеленең яҡынса башланыу ваҡыты - 27 сентябрь. Нормативтарға ярашлы, йылыны биреү өсөн 5 көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булырға тейеш. Шундай осор башланыу менән йорттарға йылы бирә башлаясаҡбыҙ. Әлеге ваҡытта Мораҡ үҙәк район дауаханаһын йылыта башланыҡ.

Район хакимиәте башлығының йәшәйеште тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм элемтә мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Валерий Павлов һүҙҙәре буйынса, бөгөнгө көнгә йылы биреүгә бөтәһе лә әҙер, газды тоҡандырыуға рөхсәт ҡағыҙы бар.

Шулай итеп, әгәр көндәр ныҡлап һыуытып ебәрһә, йылытыу миҙгеле планлаштырған датанан алдараҡ башланырға ла мөмкин.
Читайте нас: