Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Йәшәгән еребеҙ йәмле булһын

Быйыл республикабыҙҙа халыҡтың күптән көткән теләге тормошҡа ашырыла башланы. Йорттарҙың тирә-яғын, ихаталарҙы тәртипкә килтереү буйынса алты йылға иҫәпләнгән “Башҡорт ихаталары” программаһына “йәшел ут” бирелде. Маҡсаты – граждандарҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, һәр кем өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу. Быйыл ошо программаға ярашлы, Йомағужа ауылының Йәштәр урамындағы 1-9-сы “А”, 9-13-сө йорттары араһында урынлашҡан ихата төҙөклән-дерелеп, күп ғаиләләрҙең кәйефен күтәрҙе. Үткән шәмбе уны тантаналы асыу сараһы ойошторолдо.

Быйыл республикабыҙҙа халыҡтың күптән көткән теләге тормошҡа ашырыла башланы. Йорттарҙың тирә-яғын, ихаталарҙы тәртипкә килтереү буйынса алты йылға иҫәпләнгән “Башҡорт ихаталары” программаһына “йәшел ут” бирелде. Маҡсаты – граждандарҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, һәр кем өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу.

Быйыл ошо программаға ярашлы, Йомағужа ауылының Йәштәр урамындағы 1-9-сы “А”, 9-13-сө йорттары араһында урынлашҡан ихата төҙөклән-дерелеп, күп ғаиләләрҙең кәйефен күтәрҙе. Үткән шәмбе уны тантаналы асыу сараһы ойошторолдо.

- Беҙҙең йорттар араһындағы ихата яңы төҫ алды, бында асфальт түшәлгән уңайлы автомобилдәр өсөн туҡталыу, заманса резина япма менән ял итеү урындары, уйын һәм спорт майҙансыҡтары, видеокүҙәтеү, төнгө яҡтыртыу, тротуарҙар, мәғлүмәт табличкалары, ҡоймалар барлыҡҡа килде. Хәҙер беҙҙең өсөн иң мөһиме – төҙөүселәр тыуҙырған ошо матурлыҡты һаҡлау. Бында төрлө саралар ҙа үтер, тип ышанабыҙ. Беҙҙең балалар өсөн бик шәп һәм уңайлы шарттар булдырылды, - тине ошонда йәшәүсе Диана Филиппова.

Тантанала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары советнигы – БР торлаҡ –коммуналь хужалыҡ министры Сипан Чидиляндың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.


Ғайса Ғилметдин улы республика етәкселегенә күрһәткән ярҙамдары, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошондай матур майҙансыҡ бүләк иткәндәре өсөн төҙөүселәргә рәүмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм ташсы Алексей Казанцевҡа һәм директор урынбаҫары Илшат Айытҡужинға район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.


Тантаналы саранан һуң байрам ҡунаҡтары һәм йомағужалар яңы төҙөлгән ихата менән танышты, район мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән концертты ҡарап кинәнде.

***

Шул уҡ көндө Зариф Байғусҡаров һәм Сипан Чидилян ошо уҡ ихатала ремонтланған подъезды һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн ҡуйылған павильонды ҡараны. Аҙаҡ Сипан Самвелович Мораҡ ауылына килде, ул бында сүп-сар реформаһы өсөн яуаплы идарасы компания һәм подрядсы ойошмалар менән осрашты, улар менән реформа барышына ҡағылған һорауҙарҙы буйынса фекер алышты.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Автор фотоһы.


Читайте нас: