Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу – яңы схема буйынса

2019 йылдың 1 сентябренән районда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу яңы схема буйынса ойошторола. Ошо ваҡыттан алып Мораҡ ауылында трактор ярҙамында тоҡ менән сүп-сарҙы йыйыу туҡтатылды. ХӘҘЕР СҮП-САРҘЫ ЮЛ БУЙЫНА СЫҒАРЫРҒА ҺӘМ ҠАЛДЫРЫРҒА ЯРАМАЙ. Сүп-сар һалынған тоҡтарҙы һәр кем майҙансыҡҡа тиклем алып барырға һәм контейнерға һалырға тейеш. Ҡый-һайҙы контейнер йәки павильон янында ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла. Сүп-сар контейнерҙан көн аша алынасаҡ: дүшәмбе, шаршамбы, йома һәм йәкшәмбе.

Евроконтейнерҙарға ташлау тыйыла:
- органик ҡалдыҡтарҙы (йыуынты, үҫемлек һабаҡтары, япраҡтар), уларҙы ашламалар рәүешендә участкала ҡулланырға мөмкин;

- йорт хайуандары мәйеттәрен. Улар өсөн мал зыяраттары бар;

- 1-се һәм 2-се класс хәүефенә ҡараған ҡалдыҡтар (ртутлы термометрҙар, энергия һаҡлаусы лампалар, батарейкалар). Улар өсөн һәр ауыл биләмәһендә һәм Мораҡта һарғылт ҡыҙыл төҫтәге экобокстар урынлаштырылған.

Төҙөлөш ҡалдыҡтары, ихатанан һепереп алынған, өмәләрҙә йыйылған сүп-сар “Эко-Сити” төбәк операторы менән айырым килешеү буйынса сығарыла. Төҙөлгән килешеү сиктәрендә төбәк операторы сүп-сарҙы үҙе килеп ала. Әгәр төҙөлөш ҡалдыҡтарын үҙегеҙ полигонға алып барған осраҡта, һеҙ уларҙы полигонға урынлаштырыу өсөн генә түләйәсәкһегеҙ.

Өйөгөҙгә яҡын павильондың ҡайҙа урынлашыуын һеҙ район хакимиәтенең һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең рәсми сайтында белә алаһығыҙ.

Урамда яңы павильон ҡуйыуға заявканы район хакимиәтендә (Ленин урамы, 15) йәки Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәтендә (Совхоз урамы, 40) ҡалдырырға мөмкин.

Тыуған районды һәм ауылды бергәләп таҙараҡ итәйек!
Читайте нас: