Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Эштәр барышы менән танышты

13 июлдә Башҡортостан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы торлаҡ – коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев эш сәфәре менән беҙҙең районда булды. Ведомство етәксеһе Йомағужала, Мораҡта төҙөкләндереү эштәре барған бер нисә подъезды ҡарап сыҡты.

13 июлдә Башҡортостан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы торлаҡ – коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев эш сәфәре менән беҙҙең районда булды. Ведомство етәксеһе Йомағужала, Мораҡта төҙөкләндереү эштәре барған бер нисә подъезды ҡарап сыҡты.
Быйыл Мораҡ ауылындағы Ленин урамының 4-се, 7-се, 18-се йорттарында, Йомағужа ауылындағы Йәштәр урамының 1-2-се, 3-сө йорттарында урынлашҡан 10 подъезд тәртипкә килтереләсәк. Эшләнәсәк эштәр исемлегенә стена һәм түбәләрҙе буяу; почта ҡумталарын, тәҙрәләрҙе, ингән ерҙә урынлашҡан ишектәрҙе алмаштырыу; иҙәндәрҙе, козыректарҙы ремонтлау, электр ҡорамалдарын монтажлау инә.
Подрядсы ойошма – “Гарант”, субподрядсы –“Гидрострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.
Барлыҡ эштәр 31 октябргә тиклем тамамланыр тип күҙаллана. Йомағужа ауылында 14 күп фатирлы йорт территорияһында төҙөкләндереү эштәре лә башҡарыласаҡ. Бында тротуарҙарға асфальт түшәү, хужалыҡ эсендә юлдар һалыу, яҡтыртҡыс һәм видео системаһы, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, балалар майҙансыҡтары урынлаштырыу ҡаралған. Йомағужала шулай уҡ ял паркы төҙөкләндереләсәк. Унда инвалидтар өсөн шарттар тыуҙырылған ял итеү урындары буласаҡ, схемалар, балалар майҙансыҡтары ҡуйыласаҡ.
Борис Владимирович шулай уҡ Мораҡ ауылындағы таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү эше менән дә танышты. Күп фатирлы йорттарҙан ағыҙылған һыуҙарҙы таҙартыу өсөн яңы таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү - күптән хәл итеүҙе көткән проблемаларҙың береһе. Райондың канализация системаһы күптән иҫкергән һәм яңыртыу талап итә ине. Ниһайәт, республика бюджетынан аҡса бүленде һәм үткән йылдың декабрь айында төҙөлөш эштәре башланды. Эштәрҙе “Башкоммунприбор” акционерҙар йәмғиәте (директоры – Шәфҡәт Байсурин) алып бара. Төҙөлөш 2020 йылға тиклем күҙаллана, әммә эшселәр эштәрҙе 2019 йылдың аҙаҡтарына теүәлләргә планлаштыра.
Министр Мораҡ ауылының биҙәгенә әйләнгән З.Биишева исемендәге паркта ла булды.
Розалия ИСҠУЖИНА әҙерләне.
Читайте нас: