Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Квитанциялағы мәғлүмәт дөрөҫ түгелме? Төбәк операторына хәбәр итегеҙ

15 апрелдән республикала йәшәүселәргә электр энергияһы өсөн квитанциялар менән бергә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүгә хаҡтар килә башлай.”Эко-Сити” төбәк операторына әлеге көндә 20 мең абоненттан дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте корректировкалау тураһында ғаризалар килде. Уларҙың яртыһы эшкәртелде, үҙгәрештәр мәғлүмәттәр базаһына индерелде. Ҡалғандар ҙа ошо арала ҡараласаҡ.

15 апрелдән республикала йәшәүселәргә электр энергияһы өсөн квитанциялар менән бергә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүгә хаҡтар килә башлай.”Эко-Сити” төбәк операторына әлеге көндә 20 мең абоненттан дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте корректировкалау тураһында ғаризалар килде. Уларҙың яртыһы эшкәртелде, үҙгәрештәр мәғлүмәттәр базаһына индерелде. Ҡалғандар ҙа ошо арала ҡараласаҡ.
Мәғлүмәттәге хаталарҙың күбеһе документта теркәлгән кешеләрҙең даими йәшәгәндәренә ҡарағанда күберәк булыуына бәйле. Шулай уҡ хеҙмәт өсөн ваҡытында түләп барған хужаларҙың бурыстары булыуы тураһында ла һорауҙар бар.
- Әгәр аҡсалар квитанция килгән айҙың һуңғы көнөндә килһә, улай ҙа булыуы ихтимал, - тип аңлата “Эко-Сити” төбәк операторы генераль директоры Семен Земсков. – Мәҫәлән, әгәр граждан февраль өсөн 31 мартта ғына түләһә, ул аҡсалар иҫәпкә алынасаҡ һәм киләһе квитанцияла тик бер ай – март өсөн генә сумма күрһәтеләсәк. Әгәр аҡсалар 31 мартан һуң килһә, апрель квитанцияһына ике түләү инәсәк, ул осраҡта март суммаһын ғына түләргә кәрәк.
Әгәр торлаҡ бинаның йорт хужаһы төбәк операторына мәғлүмәтте дөрөҫләү өсөн актуаль мәғлүмәттәр ебәрмәһә, милек хужаһының паспортын, ғаилә составы тураһындағы йәки ваҡытлыса теркәлеү тураһындағы справканы фотоға төшөрөргә йәки скан аша үткәрергә һәм документтарҙың фотоларын [email protected] электрон почтаһына адресты, фамилия, исем, атайығыҙҙың исемен (ФИО), квитанцияны төҙәтергә кәрәклеген күрһәтеп ебәрергә кәрәк. Документтар шулай уҡ “Башэлектросбыт” офистарында ҡабул ителә. Әгәр электрон почта менән ҡулланырға мөмкинлек булмаһа, документтарҙың күсермәһен Рәсәй почтаһы аша - 453124, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 18, 4-6-сы кабинет адресы буйынса ебәрергә. Әгәр бер адрес буйынса “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыу” графаһы менән ике-өс квитанция килһә, шулай уҡ беҙгә мөрәжәғәт итергә. Уның өсөн “Ҡыҙыу линия” телефондары: 8(3472) 980-490 йәки 8965-93-94-900 буйынса (көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем) шылтыратыу ҙа етә. Түләүҙе уларҙың берәүһе буйынса ғына башҡарырға кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына ярашлы граждандар торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәр, шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүҙе ваҡытында һәм тулыһынса башҡарырға тейеш.

Олеся АРАМЕЛЕВА, “Эко-Сити” төбәк операторы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: