Алдан әйтеүебеҙсә, таҙартыу ҡоролмалары буласаҡ урында эштәр үткән йылдың декабрь айында уҡ башлана. Төҙөлөш урынына свайҙар ҡағыу өсөн махсус техника килтерелә, территория ағас төпһәләренән таҙартыла, башҡа кәрәк-яраҡ килтерелә. Эшселәр арматураны иретеп йәбештереп, бетон түшәй.
Платформала биологик яҡлау станцияһы урынлашасаҡ. Ҙур булмаған территорияла ҡабул итеү резервуары, контроль-үткәреү пункты, ике электр подстанцияһы, видеокүҙәтеү, ҡойма һәм ләм ултырһын өсөн махсус майҙансыҡтар буласаҡ. Канализциая насос станцияһы баҫым коллекторы ла үҙгәрәсәк. Бысраҡ һыу фильтр системаһы аша үтһә, тирә-яҡ өсөн зыянһыҙ буласаҡ. Һуңынан лаборатория хеҙмәткәрҙәре тәүлегенә ике тапҡыр йылғаның төрлө участкаһынан алынған һыуҙы төплөрәк өйрәнеү өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһына ебәрәсәк.