Бөтә яңылыҡтар

Уларҙың ябай хеҙмәте оло хөрмәткә лайыҡ

Йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлау буйынса слесарь Рәдиф Сәйфетдинов “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһында 2008 йылдан алып эшләй. Был ваҡыт эсендә ул үҙен намыҫлы эшсе, үҙ эшенең оҫтаһы һәм ойоштороу һәләте булған белгес булараҡ күрһәтеп өлгөрҙө. Уны район үҙәгендә йәшәүселәр генә түгел, ә башҡа ауылдарҙа ла яҡшы беләләр. Ярҙам кәрәк булғандарға ул һәр ваҡыт тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға.

- Һәр заявкаға 15 минут эсендә яуап бирергә тырышабыҙ. Мобиль бригадаға 4 слесарь һәм 1 водитель инә. Беҙ ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу, подъездарҙы төҙөкләндереү, һыу үткәргес торбалар, канализация, ҡоҙоҡтар, йорттар эргәһендәге майҙансыҡтар һәм тротуарҙар, ғөмүмән алғанда, күп фатирлы йорттарҙың төҙөклөгө өсөн яуаплы. Унан тыш, Мораҡ ауылындағы 5 һәм ауылдарҙағы 25 ҡаҙанлыҡты хеҙмәтләндерәбеҙ. Яҡташтар, райондаштар уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн тырышабыҙ. Һуңғы йылдарҙа ғына Мораҡ ауылындағы “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының йылылыҡ системаһын алмаштырҙыҡ, хәҙер унда бик йылы. Бикбулатта ике, Нуҡай һәм Мәҡсүт ауылдарында берәр ҡаҙан алмаштырҙыҡ. Сиратта - тағы ла алтау. Иң мөһиме - халыҡ беҙҙең эште аңлай, үҙҙәре лә ярҙам итергә атлығып тора. Беҙҙең эшселәр тәүлектең ҡайһы ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, айырыуса авариялар ваҡытында ярҙамға килергә әҙер. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә бөтә хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша.
Халыҡ уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн тип тырышҡан эшсәндәребеҙҙе, үҙ эштәрен намыҫ менән башҡарыусыларҙы әйтеп китергә кәрәк. Улар араһында – водителдәр Анатолий Туманов, Анатолий Чурилкин, электрик Евгений Одинцов, Игорь Величко, тракторсы Александр Самохин, токарь Илсур Батраев, электр менән иретеп йәбештереүсе Евгений Железнов һәм Илфир Байбулатов.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: