Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең төп байлыҡ - коллектив

«ВОДОКАНАЛ + СЕРВИС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2008 йылдың 25 ғинуарында Йомағужа ауылы объекттарын һыу менән тәьмин итеү маҡсатында ойошторолдо. Предприятие объекттары ауылдан ситтә урынлашҡанға күрә төп функцияларҙы үтәүе ауыр булыуына һәм күп сығымдар талап ителеүенә ҡарамаҫтан, коллектив эшенә яуаплы ҡарай. 5 меңдән ашыу кешенең һыу менән тәьмин ителеүе беҙҙең эшмәкәрлеккә бәйле.

«ВОДОКАНАЛ + СЕРВИС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2008 йылдың 25 ғинуарында Йомағужа ауылы объекттарын һыу менән тәьмин итеү маҡсатында ойошторолдо.
Предприятие объекттары ауылдан ситтә урынлашҡанға күрә төп функцияларҙы үтәүе ауыр булыуына һәм күп сығымдар талап ителеүенә ҡарамаҫтан, коллектив эшенә яуаплы ҡарай. 5 меңдән ашыу кешенең һыу менән тәьмин ителеүе беҙҙең эшмәкәрлеккә бәйле.
Үҫешеү, нығыныу осоронда предприятие үҙенең төп бурыстары менән генә шөғөлләнмәне, ә районда, хатта райондан ситтә төҙөлөш-монтаж эштәрен дә алып барҙы. Быларҙың барыһы ла ойошмаға иҡтисади яҡтан тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалырға ярҙам итте.
2012 йылдың ғинуарынан «ВОДОКАНАЛ + СЕРВИС» йәмғиәте идарасы компания ролен дә үтәй. Тәүҙә 32 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерһәк, хәҙер улар һаны 35-кә етте. 2016 йылдың февраленән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сығарыу һәм урынлаштырыу эше лә беҙгә йөкмәтелде. Аҙаҡҡы ете йылда ғына ла күп фатирлы йорттарҙа байтаҡ эштәр башҡарылды: подъездарҙа ағас тәҙрә уйымдары - пластикка, иҫке торбалар – полипропилен торбаларға, лампалар – энергия һаҡлаусыларына алмаштырылды, тимер ишектәр, домофондар ҡуйылды, йәшен кеүек тәбиғәт ҡазаларынан һаҡланыу саралары монтажланды, подъездарға косметик ремонт яһалды.
Тәжрибәле, намыҫлы эшселәрҙән торған коллектив менән менән бергәләп, берләшеп эшләмәһәң, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеп булмай. Беҙҙең коллективта 37 эшсән иҫәпләнә. Улар араһында – урам һепереүселәр, төрлө подразделение слесарҙары, электромонтерҙар, тракторсылар, канализация-насос станцияһы машинистары, операторҙар, водителдәр, инженер-техник хеҙмәт эшселәре.
Беҙҙең өлкәлә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, үҙҙәренең көндәлек эше менән торлаҡ-коммуналь өлкә үҫешенә ҙур өлөш индереүселәрҙе билдәләп үткем килә: һыу менән тәьмин итеү буйынса мастер Николай Колеганов, бухгалтер Ҡәҙриә Теүәлбаева, эш башҡарыусы Екатерина Захарова, канализация-насос станцияһы машинисы Марина Әһлиуллина, водитель Сергей Симонов, слесарь Владимир Кармаков, слесарь-сантехник Тимербай Мәүлетҡолов, машинист Лариса Ковригина , таҙартыу ҡоролмалары операторы Әлфиә Зыянбаева, урам һепереүсе Вера Казанцева, электромонтер Павел Жуков, экскаваторсы Александр Гаврилов һәм башҡалар.
Ошо йылдарҙа предприятиеның матди-техник базаһы ла нығытылды, еңел һәм йөк машиналары, махсус техника бар.
Алдағы йылдарҙа хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыу – мөһим бурыстарҙың береһе. Әлеге ваҡытта бөтә хеҙмәткәрҙәр тулы социаль пакет менән тәьмин ителгән, эш өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Киләсәккә маҡсаттар - күрһәткән хеҙмәттәрҙең сифатын арттырыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге алдынғы тәжрибәләрҙе һәм яңылыҡтарҙы индереү.

Олег НАЗАРОВ,

«ВОДОКАНАЛ+СЕРВИС» йәмғиәте директоры.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: