Мораҙым
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауылдарҙан сүп-сарҙы ташыр өсөн “ЭКО-Сити” төбәк операторы махсус машина һатып алды

2019 йылдың 1 ғинуарынан бөтә ил, шул иҫәптән беҙҙең республика, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыуҙың яңы системаһына күсте. Ауылдарҙан сүп-сарҙы ташыр өсөн “ЭКО-Сити” төбәк операторы махсус машина һатып алды. 14 марттан махсус техника ауылдарҙан ҡалдыҡтарҙы йыя ла башланы.

2019 йылдың 1 ғинуарынан бөтә ил, шул иҫәптән беҙҙең республика, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыуҙың яңы системаһына күсте.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ғинуар-февраль айҙарында тормош-көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу бығаса, яңы системаға күскәнгә тиклем, сүп-сарҙы йыйыу ойошторолған ауылдарҙан – Йомағужа менән Мораҡтан башланды. Махсус техника булмау сәбәпле, төбәк операторы менән “Теплосеть” предприятиеһы, “Водоканал+сервис”, “Строймастер” йәмғиәттәре араһында килешеү төҙөлдө, улар раҫланған график буйынса ҡалдыҡтарҙы йыя ла башланы һәм Мораҡта, Йомағужала урынлашҡан махсус полигондарҙа туплай барҙы.

Беҙҙең район ҡараған 3-сө һанлы зонаны хеҙмәтләндереүсе “ЭКО-Сити” төбәк операторы яҙға яңы техника алып, райондың башҡа ауылдарынан да сүп-сар йыйыуҙы вәғәҙәләне. Ошо көндәрҙә беҙҙең районға ла яңы техника ҡайтты. Ауылдарҙан сүп-сарҙы ташыр өсөн “ЭКО-Сити” төбәк операторы махсус машина һатып алды.
14 марттан махсус техника ауылдарҙан ҡалдыҡтарҙы йыя ла башланы.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Автор фотолары.
Читайте нас: