Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Был өлкәлә мәсьәләләр ҙә, эштәр ҙә байтаҡ

Интернет селтәрҙәренән Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бер нисә күп фатирлы йорттарға сәйәхәт ойоштороп, уларҙың торошо, айырыуса подъездарҙың насар хәлдә булыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереүе тураһында күптәр хәбәрҙарҙыр. Нәҡ шул торлаҡ-коммуналь хеҙмәт проблемаларын хәл итер, күп фатирлы йорттарҙың торошон яҡшыртыу маҡсатында муниципалитеттарҙа форумдар үткәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алғайны ул Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәләрҙең береһендә.

Интернет селтәрҙәренән Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бер нисә күп фатирлы йорттарға сәйәхәт ойоштороп, уларҙың торошо, айырыуса подъездарҙың насар хәлдә булыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереүе тураһында күптәр хәбәрҙарҙыр. Нәҡ шул торлаҡ-коммуналь хеҙмәт проблемаларын хәл итер, күп фатирлы йорттарҙың торошон яҡшыртыу маҡсатында муниципалитеттарҙа форумдар үткәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алғайны ул Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәләрҙең береһендә.
Ниһайәт, беҙҙең районда ла был юҫыҡта боҙ ҡуҙғалды. Алдан район хакимиәте башлығы етәкселегендәге комиссия күп фатирлы йорттарҙың ниндәй хәлдә икәнлеген, ҡайһыһына тәү осраҡта ныҡлы ремонт талап ителгәнен тикшереп сыҡҡайны. Ә был аҙнала район хакимиәтендә Ғайса Янбаев, уның йәшәйеште тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт һәм транспорт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Валерий Павлов, йорттарҙы төрлө ресурстар менән хеҙмәтләндереүсе ойошмалар етәкселәре, капиталь ремонт фонды һәм “Эко-Сити” төбәк операторы вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҡатнашлығында “Управдом” форумы үтте. Етәкселек форумға килеүселәрҙе подъездарҙы ремонтлау һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү, 2019-2022 йылдарҙа күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу юлдары, был юҫыҡта башҡарыласаҡ эш планы менән таныштырҙы.
Тәүҙә “Эко-Сити” компанияһы вәкиле Сергей Салтыков ҡаты комуналь ҡалдыҡтар өлкәһендә реформаның экологик таҙалыҡты тәьмин итеү, кешенең сәләмәтлегенә зыян килтерә торған зарарлы матдәләрҙе булдырмау өсөн уҙғарылғанын, эште яйға һалыр өсөн әлегә 36 транспорт ойошмаһы менән күлешеү төҙөлгәнен, 7 полигонға лицензия алынғанлығын билдәләп үтте.
Халыҡты иң борсоғаны – түләүҙәргә килгән квитанцияларҙа йортта, фатирҙа йәшәүселәрҙең һаны дөрөҫ күрһәтелмәүе. Салтыков: “Факт буйынса ғына түләгеҙ, әгәр ҙә артығыраҡ кеше иҫәпләнгән икән, ауыл биләмәһе хакимиәтенән ғаилә составы тураһында справка алаһығыҙ, артығын түләгәнһегеҙ икән, компания аҡсаны ҡайтарып бирәсәк”, - тип аңлатма биреп, борсоған һорауҙар буйынса “Ҡыҙыу линия”ға - 8-800-700-4900 телефонына шылтыратып, яуап алыу мөмкинлеге барлығын иҫтәренә төшөрҙө. “Ҡыйҙы әлегә түкмәнем, барыбер түләргә тейеш буламмы?”- кеүегерәк һорау ҙа яңғыраны. Әлбиттә, түләргә! Льготалы категорияға ҡараған кешеләргә урындағы күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.
Валерий Павлов алты йылға планлаштырылған күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы капиталь ремонтлау программаһы менән таныштырып, исемлеккә әлегә иң насар торошло подъездарҙың ғына эләгеүен билдәләп үтте. Ағымдағы йылда 6 объектта ремонт эштәре үткәреләсәк: Мораҡ ауылында Ленин урамындағы 4-се, 7-се һәм 18-се йорттарҙа (бөтәһе 7 подъезд), Йомағужа ауылында Йәштәр урамындағы 1-се, 2-се һәм 9-сы йорттарҙа (3 подъезд). Заман талаптарына ярашлы, бында ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе, почта йәшниктәрен яңыртыу, иҙән-стеналарҙы ремонтлау һәм буяу, яҡтылыҡ менән тәьмин итеү һәм башҡа эштәр күҙ уңында тотола. Район етәкселеге халыҡҡа: “Йәшәгән йортоғоҙҙағы подъезды матурлау, ремонттан һуң төҙөклөгөн һаҡлауҙа үҙегеҙ ҙә әүҙемлек күрһәтегеҙ”, - тип, киләһе биш йыллыҡта бөтә подъездарға ремонт үткәреү планлаштырылғанын белдерҙе.
Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт программаһы сиктәрендә йорттарҙың түбәһен ремонтлау планлаштырыла. Әгәр түбәнән һыу ағып тора икән, ул йорттарҙың подъездарын матурлауҙан ни фәтеүә? Айырыуса йомағужаларҙы борсой был һорау. Әлеге ваҡытта Йомағужа ауылының Мәктәп урамында урынлашҡан 19 һәм 60-сы, Йәштәр урамындағы 5-се йорт, Мораҡтағы Ленин урамында 1В йорт түбәһенә капиталь ремонт талап ителә. Әммә ағымдағы йылда был эштәрҙе атҡарыу өсөн финанстар етмәй, тимәк, һорауҙар асыҡ ҡала. “Ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә йәмәғәт урындарын һәм ихата алдарын төҙөкләндереү буйынса Йомағужа ауылында ҙур эштәр планлаштырыла.
Форумда шулай уҡ урындағы “Газпром-газораспределение Уфа” йәмғиәтенең баш инженеры Сергей Зубков газ ҡорамалдарын эксплуатациялауҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тотоу кәрәклеген иҫкәртеп, ағымдағы йылда бер нисә күп фатирлы йортта айырым яғыулыҡ системаһына күсеү буйынса эштәр башланасағын белдерҙе.
Артабан апрель айында республика кимәлендә үтәсәк форумға делегаттар һайланды. Унда район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәте буйынса баш белгес Сергей Ладыженко, күп фатирлы йорттар советы рәйесе Гөлъемеш Ҡыуатова, “Теплосеть” предприятиеһы директоры Василий Смирнов һәм “Водоканал+Сервис” йәмғиәте етәксеһе Олег Назаров ҡатнашасаҡ.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Читайте нас: