15 февралдән “Эко-Сити ” төбәк операторы хеҙмәтләндереүе зонаһына ингән район һәм ҡалалар халҡына ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләү ҡағыҙҙары килә башлаясаҡ. Төбәк операторы квитанцияла күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙең, шул иҫәптән теркәлгәндәр һанының дөрөҫлөгөн иғтибар менән тикшереүҙәрен һорап барлыҡ абоненттарға мөрәжәғәт итә. Был төбәк операторына бирелгән ҡулланыусылар хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе актуалләштереү өсөн кәрәк.
Әгәр ҙә мәғлүмәттәр дөрөҫ булмаһа, “Энергосбыт” компанияһының яҡындағы офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк (адресын https://roecocity.ru/forclients/fizlicaсайтында табырға мөмкин). Киләһе айҙа түләү ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Коммуналь хеҙмәттәр, шул иҫәптән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн ҡайтанан иҫәпләү РФ Хөкүмәтенең 354-се ҡарары менән раҫланған. Әгәр ҙә торлаҡ йортта теркәлгән милексе йәки икенсе кеше унда күпмелер ваҡыт йәшәмәһә, төбәк операторына (энергия менән тәьмин итеүсе компания офистарында) йәки идарасы ойошмаға ҡайтанан иҫәпләү өсөн ғариза һәм үҙенең булмаған ваҡытын иҫбатлаусы документ тапшырырға тейеш.
Түбәндәге документтарҙы ҡушып бирергә мөмкин:
- хеҙмәт командировкаһына йүнәлткән командировка таныҡлығы йәки ҡарар (приказ, күрһәтмә), юл йөрөү билеты менән белешмә;
- стационар дауалау учреждениеһында йәки санатор-курортта дауа алыу хаҡында белешмә;
- ҡулланыусы исеменә алынған юл йөрөү билеты йәки уның раҫланған күсермәһе;
- ҡунаҡханала, ятаҡханала йәшәү йәки башҡа урында ваҡытлыса булыу хаҡында түләү ҡағыҙы йәки уның күсермәһе;
- РФ ҡануниәте менән ҡаралған осраҡтарҙа ваҡытлыса булыу урынында гражданды ваҡытлыса теркәүсе органдың документы йәки уның раҫланған күсермәһе;
- ҡулланыусы ваҡытлыса булмаған торлаҡты ведомствонан тыш һаҡлаусы ойошманан алынған белешмә (өҙлөкһөҙ һаҡ аҫтында булған торлаҡ йортта йәшәмәүҙең башын һәм аҙағын раҫлаусы белешмә);
- граждандың ваҡытлыса уҡыу йортонда, балалар йортонда, мәктәп-интернатта, махсус уҡыу-тәрбиә йәки башҡа балалар учреждениеларында тәүлек әйләнәһенә булыуын раҫлаусы белешмә;
- Рәсәй Федерацияһының консуллыҡ учреждениеһының йәки дипломатлыҡ вәкиллегенең граждандың ваҡытлыса Рәсәйҙән ситтә булыуын раҫлаусы белешмәһе. Йәки РФ гражданының шәхесен раҫлаусы һәм илгә ингәндә һәм сыҡҡанда дәүләт сигенән үтеүе хаҡында билдәһе булған документтың раҫланған күсермәһе;
- граждандың ваҡытлыса шул урында булыуын раҫлаусы дача, баҡса, баҡсасылыҡ товариществоһы белешмәһе;
- ҡуллыныусы фекере буйынса ваҡытлыса булмауын раҫлаусы башҡа документтар.
Ҡайтанан иҫәпләү милексе торлаҡ йортта булмаған ваҡыт өсөн эшләнәсәк.
“Эко-Сити” төбәк операторы пресс-секретары.