Башҡортостан Хөкүмәтендә аҙна һайын уҙған кәңәшмәлә төбәк етәкселәре күп фатирлы йорттарҙың подъездарын төҙөкләндереү республика программаһы эше менән таныштырҙылар.Планға ярашлы, төбәктә бер йыл эсендә 4000 подъезд төҙөкләндереләсәк. Ағымдағы йылда был маҡсатта яҡынса 1 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Дөйөм алғанда, 2024 йылға тиклем күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремотлау программаһына 6 миллиард һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған. Был эштәрҙе башҡарыусылар 15 апрелгә тиклем билдәле буласаҡ, төбәк операторҙары махсус конкурс ойошторасаҡ. Подъездарҙа буяу-аҡлау эштәре башҡарыласаҡ, почта йәшниктәре, яҡтыртыу ҡоролмалары алмаштырыласаҡ.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, быйыл подъездарҙы төҙөкләндереү эшен 1 ноябргә тиклем тамамлау мөһим. 20 февралгә тиклем йортта йәшәүселәр менән йыйылыш үткәрергә кәрәк.
Башҡалала быйылғы йылда биш йөҙ йортта һәм 1600 подъезда ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Ремонт буйынса юл картаһы төҙөлә.