Бөтә яңылыҡтар

Асыҡлайһы мәсьәләләр байтаҡ

2019 йылдың 1 ғинуарынан бөтә ил, шул иҫәптән беҙҙең республика, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыуҙың яңы системаһына күсте. Был хаҡта һуңғы осорҙа күп яҙыла, күп һөйләнелә. Шулай булһа ла халыҡты борсоған һорауҙар күп. Был аңлашыла ла: һәр яңылыҡты тормошҡа ашырыу тәүҙә еңел генә бирелмәй. 17 ғинуарҙа район хакимиәтендә уҙған йыйылышта күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерелде.

2019 йылдың 1 ғинуарынан бөтә ил, шул иҫәптән беҙҙең республика, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыуҙың яңы системаһына күсте. Был хаҡта һуңғы осорҙа күп яҙыла, күп һөйләнелә. Шулай булһа ла халыҡты борсоған һорауҙар күп. Был аңлашыла ла: һәр яңылыҡты тормошҡа ашырыу тәүҙә еңел генә бирелмәй. 17 ғинуарҙа район хакимиәтендә уҙған йыйылышта күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерелде.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма, учреждениелар етәкселәре ҡатнашлығында уҙған йыйылышҡа Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты рәйесе Анастасия Атландерова һәм “Эко-Сити” төбәк операторы вәкиле, башҡарма директоры Раушан Ҡадиров та саҡырылғайны.
Кәңәшмәлә һөйләнелгәндәрҙән түбәндәгеләр асыҡланды.
Реформаның маҡсаты нимәлә?
Иң башта шуны әйтеү кәрәк - был реформа кисә-бөгөн генә уйлап табылмаған, тик ул әлегә тиклем башлыса теория формаһында булһа, быйыл ныҡлап тормошҡа ашырыласаҡ. Маҡсаттары изге: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса заманса, экологик яҡтан хәүефһеҙ тармаҡ ойоштороу; сүп-сарҙы йыйыу, сорттарға айырыу, эшкәртеү, зарарһыҙландырыу буйынса юғары технологиялы инфраструктура объекттары булдырыу; санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү, яңыларына юл ҡуймау. Киләсәктә сүп-сарҙы мөмкин тиклем күберәк эшкәртеп, ҡабаттан ҡулланыу ҙа ҡаралған. Төбәк операторҙары үҙҙәренең килем һәм инвестициялары иҫәбенә сүп-сар эшкәртеүсе заводтар һәм яңы полигондар эшләргә лә тейеш буласаҡ.
Кем нимә өсөн яуап бирә?
Урындағы үҙидара органдарына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу майҙансыҡтарын булдырыу, уны реестрға индереү бурысы йөкмәтелгән. Төбәк операторы иһә үҙ аллы йәки махсуслашҡан компаниялар ярҙамында сүп-сарҙы йыйырға, алып китергә, эшкәртергә, зарарһыҙландырырға,утилләштерергә тейеш.
Ҡалдыҡтарҙы өс төрлө һалып барырға була: сүп-сар йыйыусы камераларҙа урынлашҡан контейнерҙарға (өй эсендә ундай инженер системаһы булған осраҡта), майҙансыҡтарҙа урынлашҡан контейнерҙарға йәки бункерҙарға, пакеттарға.
Контейнерҙарға талаптар
Улар асфальтланған йә бетон йәйелгән, эргәһенә бордюр ҡуйылған, йәшел ҡыуаҡтар менән айырылған майҙансыҡтарҙа урынлаштырылырға тейеш. Транспортҡа яҡын барырға уңайлы юлы ла булыуы зарур. Майҙансыҡта 5-тән артыҡ контейнер торорға тейеш түгел. Йәнә бер талап: торлаҡ биналарға, балалар уйын майҙансыҡтарына, ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү урындарына тиклемге ара 20 метрҙан да кәм, 100 метрҙан да алыҫ булмаҫҡа тейеш.
Башҡортостан Республикаһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар туплау нормативтары Хөкүмәттең 2017 йылдың 12 октябрендәге 642-се һанлы ҡарары менән раҫланған. Уға ярашлы, күп фатирлы йортта йәшәүсе бер кешегә йылына 1,92 кубометр, шәхси йортта йәшәүселәргә 1,95 кубометр сүп-сар тура килә. Контейнерҙар һәр ауылда булырға тейеш.
Хоҡуҡтар һәм бурыстар
Күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүсе граждандар, шулай уҡ юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар төбәк операторы менән килешеү төҙөргә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы тейешле урынға һалырға, контейнерҙарҙы емермәҫкә, уға һаҡсыл ҡарарға һәм күрһәтелгән хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшергә бурыслы.
Төбәк операторы килешеүҙә күрһәтелгән урында һәм күләмдә ҡалдыҡтарҙы ҡабул итергә, уларҙы алып китергә, эшкәртергә, зарарһыҙландырырға, үтилләштерергә, ҡулланыусылар һорауҙарына, үтенестәренә, ялыуҙарына ваҡытында яуап бирергә тейеш.
Түләүҙәр
Яңы төр хеҙмәт өсөн түләү февраль айынан башланасаҡ. Әлегә ул Йомағужа һәм Мораҡ ауылдары халҡы өсөн генә. Хаҡы ла билдәле – 70 һум. Бөгөнгө көндә төбәк операторы менән “Теплосеть” предприятиеһы, “Водоканал+сервис”, “Строймастер” йәмғиәттәре араһында килешеү төҙөлгән, улар раҫланған график буйынса ҡалдыҡтарҙы йыя.
Контейнерҙар ҡуйғанға тиклем ҡалған ауылдар өсөн полигондар элекке система буйынса эшләйәсәк. Квитанциялар ҙа контейнерҙар ҡуйылғас ҡына киләсәк. Төбәк опреторҙарынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, бер кешегә айына 35 һум буласаҡ.
Әйткәндәй, 1 июлгә тиклем районда 140 контейнер майҙансығы төҙөләсәк.
Шуны ла белеү кәрәк: түләү йән башына иҫәпләнә, йәғни өйҙә нисә кеше теркәлгән, уларҙың һәр береһенә килә. Әммә түләүҙе кәметергә була, мәҫәлән улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ ситтә уҡый икән, был хаҡта белешмә тапшырырға кәрәк буласаҡ.
Ҡайҙа түләргә?
Төбәк оперторҙары хеҙмәттәре өсөн почта бүлексәләрендә, банктарҙа, шулай уҡ “онлайн-түләү”ҙәр аша түләргә мөмкин. Ҡайтанан иҫәпләү ғариза нигеҙендә башҡарыла.
Ташламалар
Айлыҡ аҡсалата түләү алыусылар (ЕДК), торлаҡ-коммуналдь хеҙмәттәрен түләү өсөн субдсидия алыусылар – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, радиация алған граждандар, тыл һәм хеҙмәт ветерандары аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр һ.б. ташлама ала ала. Бының өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына һәм күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына нимәләр инә?
Был һорау күптәрҙе борсойҙор. Ҡыҫҡаса әйткәндә, бындай ҡалдыҡтар торлаҡ эсендә, йәшәйештә барлыҡҡа килә. Улар башлыса быяла, пластик, полиэтилен әйберҙәр. Юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге барышында барлыҡҡа килгән һәм составы буйынса торлаҡ биналарҙағы ҡалдыҡтарға тап килгәндәр ҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары һанала. Ә бына йәшелсә-емеш һабаҡтары, көл, тиреҫ кеүектәр улар рәтенә инмәй. Шулай уҡ батарейка, аккумулятор, терегөмөшлө лампалар кеүек әйберҙәрҙе лә дөйөм сүп-сар араһына ташларға ярамай, төбәк операторы әлегә бындай сүп-сарҙы йыймай.
Ҡайҙа шылтыратырға була?
Йыйылышта ҡатнашыусылар күбеһе үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы күтәрҙе. Әммә яңы реформа буйынса барыбер бөтәһе лә аңлашыла тип әйтеп булмай. Был мәсьәләгә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтырға тура киләсәк әле. Шуға ла тейешле мәғлүмәттәрҙең телефон һандарын бирәбеҙ: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу һәм сығарыуға ҡағылған бөтә һорауҙар буйынса төбәк операторының ҡыҙыу линияһына (8 (800) 700-49-00) йәки Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына – 8(347) 218-03-90 телефоны буйынса шылтыратырға була.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Читайте нас в