Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Төп маҡсат - экологик хәүефһеҙлек

РеформаларТөп маҡсат – экологик хәүефһеҙлек 2019 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙең республика бөтә ил кеүек үк ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыуҙың яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу, эшкәртеү, үтилләштереү, хәүефһеҙләндереү һәм ергә күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк, ә халыҡ ул хеҙмәт өсөн билдәләнгән тариф буйынса түләйәсәк.

2019 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙең республика бөтә ил кеүек үк ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыуҙың яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу, эшкәртеү, үтилләштереү, хәүефһеҙләндереү һәм ергә күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк, ә халыҡ ул хеҙмәт өсөн билдәләнгән тариф буйынса түләйәсәк.

Был эш тәү сиратта заманса, экологик яҡтан хәүефһеҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыу системаһын булдырыуға, күп һанлы ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөүгә һәм яңылары килеп сығыуына юл ҡуймауға, шулай уҡ сүп-сарҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү инфраструктураһын үҫтереүгә ҡоролған.

Башҡортостан халҡы – күп фатирлы һәм торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәр, шулай уҡ юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар 2019 йылдың ғинуарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ҡулланыу буйынса төбәк операторы менән килешеү төҙөргә тейеш. Ул хаҡта Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәи экология министрлығында хәбәр иттеләр. Ундай килешеүҙәр төҙөү кәрәклеге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте раҫлаған Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыу ҡағиҙәләрендә ҡаралған. Килешеү төҙөүҙөң формаһы һәм тәртибе әлеге ваҡытта республиканы хеҙмәтләндереүсе төбәк операторҙарының рәсми сайттарында урынлаштырылған.

Күгәрсен районы “Эко-Сити” төбәк операторы хеҙмәтләндергән 3-сө зонаға ҡарай. Ҡыҙыу линия телефоны – 8 (800) 700-49-00, http://ecocityrb.ru//

Сүп-сар йыйыу һәм сығарыуға ҡағылған бөтә һорауҙар буйынса төбәк операторының ҡыҙыу линияһына йәки Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына – 8(347) 218-03-90 телефоны буйынса шылтыратырға.
Читайте нас: