Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, “Эко-Сити” төбәк операторы 4 ҡала һәм 17 район ингән 3-сө һанлы эшмәкәрлек зонаһында билдәләнгән тарифтан түбәнерәк хаҡ алынасаҡ тип хәбәр итә. 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем сүп-сар йыйыу системаһы эшләп килгән ауылдарҙа йәшәүселәр айына һәр кешегә 70 һум түләй. Сүп-сар йыйыу һәм сығарыу ойошторомаған ауылда йәшәүселәр өсөн тариф – айына һәр кешенән 35 һум була.
Республикала йәшәүселәр ғинуар өсөн тәүге квитанцияларҙы 10 февралдән ала байшлай. Улар электроэнергия өсөн килгән квитанциялар менән бергә киләсәк, сумма айырым графала яҙыласаҡ. “Эко-Сити” төбәк операторы Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын, Ауырғазы, Баймаҡ, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы,Федоровка, Хәйбулла райондарын хеҙмәтләдерә. Ҡыҙыу линия телефоны – 8-800-700-49-00.