Мораҙым
+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Мораҡта һәм Йомағужала подъездар ремонтланасаҡ

Билдәле булыуынса,быйыл республикала подъездарҙы һәм ихаталарҙы капиталь ремонтлау буйынса күләмле программа старт ала. Киләһе алты йылда уны ғәмәлгә ашырыуға алты миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк.

Билдәле булыуынса,быйыл республикала подъездарҙы һәм ихаталарҙы капиталь ремонтлау буйынса күләмле программа старт ала. Киләһе алты йылда уны ғәмәлгә ашырыуға алты миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк.

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев белдереүенсә, барлығы 26 мең подъезды ремонтлау талап ителә. Киләһе йылда дүрт мең подъезд һәм 487 ихата төҙөкләндереләсәк. Был эштәргә бер миллиард һум бүленә. Әлеге аҡса иҫәбенә йортҡа инеү урындары, иҙән һәм түшәмдәр ремонтланасаҡ, сарҙаҡ ишектәре һәм почта йәшниктәре яңыға алмаштырыласаҡ, энергияны һаҡлаған лампалар һәм хәрәкәт итеү датчиктары (ингәс, яна башлай) ҡуйыласаҡ, сүп-сар үткәргес клапандары, видеокүҙәтеү системаһы урынлаштырыласаҡ.

Уҙған аҙнала Мораҡ ауылындағы З.Биишева урамының 135-се һанлы йортонда йәшәүселәр үҙҙәре йәшәгән күп фатирлы йортто төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса дөйөм йыйылыш уҙғарҙы. (Шундай уҡ йыйылыштар Йомағужа ауылында ла үтте).


Унда милек хужаларынан тыш, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, уның йәшәйеш менән тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм элемтә мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Валерий Павлов, “Йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһы директоры һәм белгестәре ҡатнашты.

Төҙөкләндереү эштәре өс ҡатлы йорттоң өс подъезында башҡарыласаҡ. Унда барлығы 16 квартира урынлашҡан.

Ремонт эштәренә түбәндәгеләр инер тип күҙаллана: фасадты штукатурлау һәм буяу, подъездға ингән ергә яҡтыртҡыстар, домофондар ҡуйыу, тышҡы ишектәрҙе алмаштырыу, подъезд эсендә иһә иҙәндәрҙе (милекселәр иҙән тайғаҡ буласаҡ, тип, керамик плиталар йәйеүҙән баш тартты –авт.), стеналарҙы һәм түбәләрҙе, баҫҡыстарҙың ағас таянғыстарын буяу, люктарҙы, почта ҡумталарын яңыға алмаштырыу.


Бынан тыш, подъезд эсендәге яҡтыртҡыстарҙы һәм тәҙрә блоктарын энергия һаҡлаусы төрҙәренә алмаштырыу, тәҙрә эргәләрен (откостарын) штукатурлау һәм буяу ҡаралған.

Ремонт эштәренә киткән сығымдарҙың хаҡы алдан иҫәпләү буйынса – 732 меңдән артығыраҡ, уның төп өлөшө - 542 мең һумы республика ҡаҙнаһынан бүленә. Тимәк, һәр подъезды ремонтлау өсөн 200 меңдән ашыуыраҡ аҡса китәсәк. Эш барышын милекселәр үҙҙәре контролдә тотасаҡ, теге йәки был һорауҙарҙа һәр кем үҙ һүҙен әйтә аласаҡ. Тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, йыйылышта ҡатнашыусылар үҙ араһынан йорт рәйестәрен һайланы.

Идарасы компания етәксеһе әйтеүенсә, эштәр көн йылыныу менән башланасаҡ.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Р.СӘЙЕТБАТТАЛОВ фотолары.


Читайте нас: