Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн хаҡ түбәнәйәсәк

2019 йылдың 1 ғинуарынан республика халҡы өсөн был хаҡ күп фатирлыйорттарҙа йәшәүселәр өсөн бер кешегә 57 һумдан 81 һумға тиклем, шәхсийорттағылар өсөн 58 һумдан 81 һумға тиклем тәшкил итәсәк. Был хаҡта оперативкәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусыМихаил Киреев хәбәр итте.

2019 йылдың 1 ғинуарынан республика халҡы өсөн был хаҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн бер кешегә 57 һумдан 81 һумға тиклем, шәхси йорттағылар өсөн 58 һумдан 81 һумға тиклем тәшкил итәсәк. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев хәбәр итте.

Министр билдәләүенсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу системаһы булмаған ауылдарҙа сүп-сарҙарҙы тоҡтарҙа сығарыу ойоштороласаҡ. 2019 йылдың икенсе кварталынан Башҡортостандың һәр бер ауылында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар ҡуйылырға тейеш. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тарифтарҙы тағы ла бер тапҡыр ҡарап сығып, хаҡтарҙы 70 һумға тиклем кәметеүҙе һораны. Ә сүп-сар сығарылмаясаҡ ауылдарҙа хаҡ 35 һум тирәһе булырға тейеш. Радий Хәбиров республика етәкселәре менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһына күсеү һорауҙарын ҡараны һәм аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам саралары күрһәтеү мәсьәләләрен тикшерергә ҡушты.
Читайте нас: