Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Квитанцияла – яңы графа

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар һәм электр энергияһы өсөн түләүҙәр бер квитанцияла буласаҡ. Шул хаҡтағы килешеүҙе “ЭКО-Сити” төбәк операторы һәм Башэлектросбыт йәмғиәте менән Рәсәй энергетика форумында төҙөнө. 2019 йылдың 1 ғинуарынан республикала йәшәүселәр электр энергияһы өсөн түләү ҡағыҙҙары менән бергә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыу хеҙмәте өсөн түләү ҡағыҙҙары аласаҡ.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар һәм электр энергияһы өсөн түләүҙәр бер квитанцияла буласаҡ.
Шул хаҡтағы килешеүҙе “ЭКО-Сити” төбәк операторы һәм Башэлектросбыт йәмғиәте менән Рәсәй энергетика форумында төҙөнө. 2019 йылдың 1 ғинуарынан республикала йәшәүселәр электр энергияһы өсөн түләү ҡағыҙҙары менән бергә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыу хеҙмәте өсөн түләү ҡағыҙҙары аласаҡ.
Форум сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһының бюджет һәм коммерция ойошмалары өсөн сервис һәм хеҙмәттәр. Проблемалар һәм уларҙы сисеү юлдары” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда “ЭКО-Сити” төбәк операторы директоры Артем Кирәев ҡатнашты. Ул икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе зона операторҙары берләшкән түләү документы һәм колл-үҙәк булдырыласағы тураһында һөйләне. Был өс зона буйынса төбәк операторҙары эшенә стандарт ҡарау мөмкинлеген бирәсәк һәм төбәктә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар реформаһын тормошҡа ашырыуға объектив ҡарарға мөмкинлек бирәсәк.

Альбина ҠАСИМХАНОВА, “ЭКО-Сити” төбәк операторы матбуғат хеҙмәткәре.
Читайте нас: