Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Таҙа республика - сәләмәт халыҡ

Статистика мәғлүмәттәре буйынса һәр бер кеше йылына 500 килограмм сүп-сар сығарып ташлай. Уларҙың күбеһе урман, ялан-ҡырҙар һәм йылға буйҙарында ятып ҡала. Хәлдәр ошолай барһа, бер нисә йылдан беҙҙең үҙебеҙгә лә ҡыйлыҡта йәшәргә тура киләсәк. Сүплектәр менән хәл-торошто яйға һалыу маҡсатында ҡаты комуналь ҡалдыҡтар менән файҙаланыу буйынса яңы реформа башланды. 2019 йылдың 1 ғинуарынан илдә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу тәртиптәре үҙгәрә, ошо хаҡта - Рәсәйҙәге сүп-сар реформаһы тураһында Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты рәйесе Анастасия Атландерова менән әңгәмәләштек.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса һәр бер кеше йылына 500 килограмм сүп-сар сығарып ташлай. Уларҙың күбеһе урман, ялан-ҡырҙар һәм йылға буйҙарында ятып ҡала. Хәлдәр ошолай барһа, бер нисә йылдан беҙҙең үҙебеҙгә лә ҡыйлыҡта йәшәргә тура киләсәк. Сүплектәр менән хәл-торошто яйға һалыу маҡсатында ҡаты комуналь ҡалдыҡтар менән файҙаланыу буйынса яңы реформа башланды. 2019 йылдың 1 ғинуарынан илдә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу тәртиптәре үҙгәрә, ошо хаҡта - Рәсәйҙәге сүп-сар реформаһы тураһында Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты рәйесе Анастасия Атландерова менән әңгәмәләштек.

- Анастасия Валентиновна, сүп-сар реформаһы тураһында һөйләгеҙ әле, реформа үткәреү зарурлығы электән бар инеме?

- Эйе, сүп-сар йыйыу өлкәһе яңырыу талап итә, ул өлкәлә реформа кәрәк. 60 йыл дауамында сүп-сар йыйыу һәм эшкәртеү системаһы яңырғаны юҡ. Ҡый-һайҙы сүплектәргә алып барыу һәм шунда уҡ күмеү сүп-сар менән көрәштең төп алымы булып ҡала килә. Ҡыйлыҡтар тиҙ генә тула, уларҙың майҙандары ҙурайғандан-ҙурая бара, уларҙы тотоу экология талаптарына тура килмәй, сүп-сар өҫтө-өҫтөнә түгелә, ҡыйлыҡтарға барыр юлдар һәм сүплектең эргә-тирәһе ҡыйлана, тирә-яҡты бысратыу буйынса мониторинг алып барылмай, янғынға ҡаршы саралар күрелмәй, фильтрат һәм сүплек газдары йыйылыу-йыйылмауы күҙәтелмәй - быларҙың барыһы ла яҡын-тирәлә йәшәүселәр өсөн хәүефле.

Тирә-яҡты ҡараһаң, сүплектәр ҡайҙа ҡына юҡ: гараждар тирәһендә, урман һыҙаттарында, йылға-күл буйҙарында. Үҙҙәренең сүп-сарын дөрөҫ итеп түгергә теләмәгән, махсуслашҡан ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөмәгән йәшәүселәр һәм эшҡыуарҙар тирә-яҡ мөхит һәм үҙҙәре менән бергә йәшәгән ауылдаштары өсөн хәүеф тыуҙыра. Инспекторҙар хоҡуҡ боҙоусы шәхестәрҙе асыҡларға тырыша, әгәр килеп сыҡмаһа, муниципаль берләшмәгә сүплекте юҡ итеү өсөн саралар күрергә тигән мәғлүмәт ебәрә.

- Реформа буйынса эштәр ҡасан башланды?

- 2013 йылда уҡ Ново-Огаревола үткән кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин сүп-сар менән эффектив ҡулланыуҙы тәьмин итеүсе, ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилизациялау системаһын булдырыу кәрәклеге тураһында әйткәне. Шул уҡ йылда 2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыу стратегияһы раҫланды. Комплекслы стратегияның предметы булып физик шәхестәр тарафынан үҙҙәренең шәхси талаптарын ҡәнәғәтләндереүгә файҙаланған һәм ҡулланыу үҙенсәлектәре бөткән тауар (продукция) ҡалдыҡтары тора.

Артабан 2014 йылдың 29 декабрендә “Сәнәғәт һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында”ғы Федераль законға, Рәсәй Федерацияһының айырым закондар акттарына үҙгәрештәр индереү һәм айырым закондар акттарының (закондар акттары положениелары) үҙ көсөн юғалтыуы тураһында”ғы 458-се һанлы Федераль закон ҡабул ителде. Был закон ҡалдыҡтар менән ҡулланыу өлкәһен реформалауҙың төп этаптарын билдәләне һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тип билдәләне.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға торлаҡ биналарҙа барлыҡҡа килгәндәрҙән тыш, юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге барышында барлыҡҡа килгән һәм составы буйынса торлаҡ биналарҙағы ҡалдыҡтарға составы буйынса тап килгәндәр инә.

- Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыуҙың үҙ ҡағиҙәләре бармы?

- Эйе, Хөкүмәт 2016 йылдың 12 ноябрендәге ҡарары менән “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыу ҡағиҙәләре”н раҫланы. Уның буйынса бындай ҡалдыҡтарҙы йыйыу, йөрөтөү, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм ергә күмеү тәртибе ҡаралған. Ул ҡағиҙәләргә ярашлы, субъект территорияһында төбәк операторы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыуҙы программа һәм ҡулланыусы менән хеҙмәт күрһәтеүгә төҙөлгән килешеү нигеҙендә территориаль схемаға ярашлы тәьмин итә. Төбәк операторы ҡалдыҡтар менән ҡулланыуҙы үҙе йәки башҡа операторҙарҙы йәлеп итеп башҡара ала.

Республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ҡулланыуҙың территориаль схемаһын эшләне, унда республика территорияһында был эште ойоштороу, йыйыу, йөрөтөү, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү системаһы ентекле һүрәтләнгән.

Был схема буйынса беҙҙең республика дүрт зонаға бүленгән, тағы бер зона – Межгорье ҡалаһы айырым зонаға ҡарай. Күгәрсен районы ингән өсөнсө зонаның төбәк операторы “ЭКО-СИТИ” йәмғиәте булды.

- Төбәк операторы ниндәй бурыстарҙы башҡара?

- Беренсенән, әгәр ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындары уның эшмәкәрлеге зонаһында булһа, ул ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыу буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә килешеү төҙөүҙән баш тарта алмай.

Төбәк операторы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу өсөн тәбиғәткә килтергән зыянды ҡапларға, территориаль схема нигеҙендә инвестиция прораммаһы проектын эшләргә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү өсөн объекттар төҙөргә, уларҙы реконструкцияларға һәм модернизацияларға, уларҙы урындарҙан йыйыу һәм сығарыу графиктарын үтәргә, сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ойошторорға, уларҙы спутник навигацияһы менән йыһазландырылған мусоровоз менән генә йөрөтөргә тейеш. Төбәк операторы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙе координацияларға, муниципалитеттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә бурыслы.

- Ул хеҙмәт өсөн нисек түләргә, тарифтар билдәләнгәнме?

- Әлеге ваҡытта ҡалдыҡтарҙы сығарыу хеҙмәте өсөн хаҡ идарасы компаниялар тарафынан бинаның майҙанына ҡарап билдәләнә һәм торлаҡты хеҙмәтләндереүгә билдәләнгән хеҙмәттәр теҙмәһенә инә. Яңы ҡануниәткә ярашлы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу хеҙмәте торлаҡтан коммуналь хеҙмәткә күсте һәм квитанцияла айырым юл булып билдәләнәсәк һәм “ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн төбәк операторы хеҙмәте” тип яҙыласаҡ. Бөтә реформа ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу өлкәһен тәртипкә һалыу өсөн эшләнә.

Бер кешегә 2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә раҫланған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйылыу нормативы буйынса иҫәпләнәсәк. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар нормативын 2016-2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының хәүефһеҙ йәшәйеште тәьмин итеү фәнни-тикшеренеү институты белгестәре билдәләне. Төрлө объект категорияларына нормативтар натур үлсәүҙәр буйынса йылдың төрлө ваҡытына ҡарап билдәләнгән. Мәҫәлән, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйылыу нормативы күп фатирлы йортта йәшәүсе бер кеше өсөн йылына 2,6 куб.м. (йылына 346,7 кг), шәхси йортта йәшәүсе өсөн йылына 3,7 куб.м.( йылына 585,7 кг.) тәшкил итә.

Шулай уҡ сауҙа предприятиелары, административ бина һәм учреждениелар, мәғариф ойошмалары, транспорт инфраструктураһы предприятиелары, мәҙәни-күңел асыу, спорт учреждениелары, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәте һәм ерләү бюроһы предприятиелары, баҡсасылыҡ кооперативтары өсөн нормативтар билдәләнгән.

Әлеге ваҡытта республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыуҙың берҙәм тарифын раҫлау буйынса эш алып барыла. Тариф Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан билдәләнә. Төбәк операторы тариф раҫланған көндән алып 10 көн эсендә киң мәғлүмәт сараларында һәм үҙенең рәсми сайтында хаҡ тураһындағы мәғлүмәтте урынлаштырырға тейеш.

- Беҙҙең гәзит уҡыусыларын ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа йыйып барырға тигән һорау борсой, айырыуса мебель, төҙөлөш материалдары кеүек ҙурҙарын.

- Ҡағиҙәләргә ярашлы, ҡулланыусылар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы килешеүҙә билдәләнгән урын һәм майҙандарға ғына һалып барырға тейеш. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы өс ысул буйынса һалып барырға мөмкин: сүп-сар ҡабул итеүсе камераларҙа торған контейнерҙарға (өй эсендә ундай инженер системаһы булған осраҡта); контейнер майҙансыҡтарында торған бункерҙарға; төбәк операторы биргән пакет йәки башҡа һауыттарға. Ҙур габаритлы сүп-сарҙы контейнер майҙансыҡтарындағы бункерҙарға йәки улар өсөн тәғәйенләнгән махсус урындарға ҡалдырырға кәңәш ителә. Әммә мебель һүтелгән булырға тейеш, сөй йәки болт сығып тормаһын, был сүп-сарҙы ташыусы мусоровоздың боҙолоуына килтереүе ихтимал. Төбәк операторы сүп-сарҙы йыйыу урындарынан тейәп алғандан һуң уның өсөн яуаплы була. Шулай уҡ контейнер майҙансыҡтарын, эре габаритлы сүп-сарҙы йыйыу урындарын һәм уның эргә-тирәһендәге территорияны тәртиптә тотоу өсөн улар урынлашҡан урындың ер участкаһы хужалары яуаплы буласаҡ. Унда контейнер майҙансыҡтарын хеҙмәтләндереүсе объект һәм майҙансыҡ хужаһы тураһында мәғлүмәт булырға тейеш.

- Сүп-сарҙы йыйыу өсөн урынды йәки майҙансыҡты кем төҙөргә тейеш?

- Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн майҙансыҡтар урынлаштырыу схемаһын төҙөү һәм уларҙың реестрын алып барыу урындағы үҙидара органдарының бурысы. Уларҙы төҙөр алдынан сүп-сар урынлаштырыу урынын улар ҡәтғи рәүештә Роспотребнадзор органдары менән килешеп хәл итергә тейеш. Әгәр ундай майҙансыҡ төҙөү икенсе кешегә бирелә икән, ул мотлаҡ рәүештә урындағы үҙидара органына заявка ҡалдырырға тейеш. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу урындары (майҙансыҡтары) тураһындағы мәғлүмәтте рәсми сайтта баҫырға кәрәк. Шулай уҡ унда полигондың урынлашҡан урыны,техник характеристикалары, майҙансыҡтың хужалары, ҡалдыҡтар килеп сығыу тураһындағы мәғлүмәттәр булырға тейеш.

- Законһыҙ түгелгән сүплектәрҙе юҡ итеү буйынса нимәләр эшләнә?

- Бөгөн комитет төбәк операторы менән берлектә законһыҙ түгелгән сүплектәргә “инвентаризация” үткәрә.

Артабан 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем булған ҡый түгеү урындарын бөтөрөү, ундай ерҙәргә рекультивация үткәреү менән урындағы үҙидара органдары һәм сүплектәр урынлашҡан ер участкалары хужалары шөғөлләнәсәк.

2019 йылдың 1 ғинуарынан төбәк операторы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн тәғәйенләнмәгән ерҙәрҙә ятҡан санкцияланмаған сүплектәр тапһа һәм уларҙың күләме 1 кубометрҙан артһа, саралар күрәсәк. Был осраҡта ул ер участкаһы хужаһына, урындағы үҙидара һәм дәүләт экологик күҙәтеүе органдарына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар урынлашҡан сүплек тураһында хәбәр итергә, ер участкаһы хужаһын сүплекте ул үҙе йәки төбәк операторы ярҙамы менән (ундай хеҙмәт күрһәтеү хаҡында килешеү төҙөргә кәрәклеге тураһында) юҡ итергә кәрәклеге тураһында иҫкәртергә тейеш. Әгәр ер хужаһы 30 көн эсендә ул ерҙе таҙаламаһа, төбәк операторы ул урынды үҙ көсө менән таҙаларға һәм хеҙмәт өсөн киткән сығымдарҙы ҡаплатыр өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.

- Был реформаны тормошҡа ашырыр өсөн кешенән, йәмғиәттән нимә талап ителә?

- Закон буйынса күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәр, юридик һәм шәхси эшҡыуарҙар төбәк операторы менән ҡалдыҡтарҙы йыйыу тураһында килешеү төҙөргә бурыслы. Дәүләт Думаһында килешеү төҙөмәүселәргә ҡарата административ яуаплылыҡ тураһында һорау ҡарала. Әлеге ваҡыттағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға килешеүҙәр төбәк операторы менән килешеү төҙөгәнгә тиклем ғәмәлдә ҡала.

Беҙ яңы системаға күсеү еңел түгел икәнен яҡшы аңлайбыҙ, сөнки һәр яңылыҡ ауырлыҡ менән килә.

Яңы системаға тиҙерәк күсеүебеҙ беҙҙең үҙебеҙгә, тәбиғәтте сүп-сарҙан таҙартырға теләүебеҙгә бәйле, уға күсеү - тәбиғәтте ҡыйлыҡтан ҡурсалау тигән һүҙ.

Розалия ИСҠУЖИНА әҙерләне.

Читайте нас: