Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Маҡсаттары – йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу

Коммуналь өлкәлә хеҙмәт итеүселәр халыҡ өсөн уңайлы тормош шарттары булдыра, социаль тотороҡлоҡто тәьмин итә. Был хеҙмәт эшсәндәрҙән сабырлыҡ, яуаплылыҡ, үҙеңде йәлләмәй эшләү һәм кеше менән уртаҡ тел таба белеүҙе талап итә.

Коммуналь өлкәлә хеҙмәт итеүселәр халыҡ өсөн уңайлы тормош шарттары булдыра, социаль тотороҡлоҡто тәьмин итә. Был хеҙмәт эшсәндәрҙән сабырлыҡ, яуаплылыҡ, үҙеңде йәлләмәй эшләү һәм кеше менән уртаҡ тел таба белеүҙе талап итә.

- Һеҙҙең иңдә халыҡтың тормош-көнкүреше өсөн уңайлы шарттар булдырыу, торлаҡ фондын эксплуатациялау өсөн оло яуаплылыҡ ята. Беҙҙең йорттарҙың именлеге,ҡото, нуры, социаль учреждениеларҙың тотороҡло эшләүе һеҙҙең эшмәкәрлектән тора.


Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшсәндәренең көндәлек хеҙмәте - йәшәйештең мөһим системаларының эшкә яраҡлығын булдырыу. Район үҫешенә тос өлөш индергән тармаҡ ветерандарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә, - тине район хакимиәте башлығының йәшәйеште тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм элемтә буйынса урынбаҫары Валерий Павлов йыйылыусыларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп.

Валерий Тимофеевич Күгәрсен районының маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләне.


Йыл йомғаҡтары менән район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙары буйынса баш белгесе Сергей Ладыженко таныштырҙы.


- Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы ваҡыт менән бергә атларға тырыша. Үткән йылда муниципаль унитар учреждениелар эшмәкәрлегенең финанстарын контролләү өсөн райондың коммуналь хужалыҡ учреждениелары район милкенә тапшырылды, “Коммуналь үҫеш һәм төҙөкләндереү үҙәге” муниципаль унитар предприятиеһы ойошторолдо.


Был алым “Теплосеть” һәм “Водоканал” предприятиелары етәкселәренә Мораҡ, Йомағужа, Мәҡсүт ауылдарындағы һыу үткәргес, коммуналь һәм йылылыҡ селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүгә, эште сифатлы итеп эшләүгә күберәк иғтибар бүлергә булышлыҡ итте. 1 йыл элек “Теплосеть” предприятиеһы район мәктәптәрен һәм балалар баҡсаларын хеҙмәтләндерә башланы, киләсәктә мәҙәниәт учреждениеларын да алырға иҫәп тоталар. Бөгөн был тармаҡта 341 кеше эшләй,- тине ул.


Уңайлы мәл менән файҙаланып, Сергей Викторович йорт комитеты рәйестәренә рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.



Район мәҙәниәт һарайы артистарының моңло ла, дәртле лә йыр-бейеүҙәре сараға тағы ла йәм өҫтәне.



Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Автор фотолары.
Читайте нас: