Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һыу - йәшәү сығанағы

Кеше, донъялағы бар тереклек кеүек үк, һыуға мохтаж. Район үҙәгендә халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү, шулай уҡ һыу һәм канализация селтәрҙәрен ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү эше “Водоканал” предприятиеһына йөкмәтелгән. Үткән йылдың март айынан алып уның менән Зимфир Әминев етәкселек итә. Беҙ уға халыҡты борсоған һорауҙарҙы бирҙек.

Кеше, донъялағы бар тереклек кеүек үк, һыуға мохтаж. Район үҙәгендә халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү, шулай уҡ һыу һәм канализация селтәрҙәрен ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү эше “Водоканал” предприятиеһына йөкмәтелгән. Үткән йылдың март айынан алып уның менән Зимфир Әминев етәкселек итә. Беҙ уға халыҡты борсоған һорауҙарҙы бирҙек.

- Зимфир Әлфир улы, предприятиеғыҙҙың башҡа ойошмалар һәм үҙ хеҙмәткәрҙәре алдында быға тиклем миллионлаған бурысы бар ине. Хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеп булдымы?

- Эйе. Электр энергияһы, газ ойошмалары, хеҙмәткәрҙәребеҙ алдында, Тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һалған штрафтар буйынса бурыстарыбыҙ булды. Үткән йылдың май айында “Коммуналь үҫеш һәм төҙөкләндереү үҙәге” муниципаль унитар предприятиеһы барлыҡҡа килде, коммуналь хеҙмәтләндереү буйынса физик һәм юридик шәхестәрҙән түләүҙәрҙе ҡабул итеү, шул иҫәптән бурыстарҙы түләтеү эше уларға күсте, ике хеҙмәткәр башҡа ойошма штатына күсерелде. Быға тиклем һыу һәм канализация селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү, халыҡтан коммуналь түләүҙәрҙе ҡабул итеү, бурыстарҙы түләтеү– барыһы ла беҙгә йөкмәтелгән ине. Йөкләмәләр кәмегәс, халыҡты хеҙмәтләндереү кимәле яҡшырыр, тип уйлайым. Әлеге ваҡытта предприятиела 31 кеше иҫәпләнә, күптәре беҙҙең предприятиела оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләй. Эш хаҡын ваҡытында, айына ике тапҡыр түләргә тырышабыҙ.

- Үткән йылда ниндәй эштәр башҡарылды һәм киләсәккә нимәләр планлаштыраһығыҙ?

- Үткән йылда насостар алмаштырылды, 15 яңы абонент барлыҡҡа килде. Уларҙың дөйөм һаны бөгөн 1868-гә етте, шуларҙың 140-ы – юридик шәхестәр. Бынан тыш, ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән килешеү буйынса төрлө объекттарҙа эштәр башҡарабыҙ. Һыу селтәрҙәре 60-70 процентҡа туҙған, улар 40 йыл элек төҙөлгән, шуға күрә авариялар ҙа йыш булып тора. Уларҙы алдан иҫкәртеү маҡсатында йыл да иҫке торбаларҙы заманса материалдарҙан яһалғандарына алмаштырырға тырышабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, 400 – 600 тирәһе метр һуҙымындағы һыу торбаларын яңыртырға, ике насосты, канализация ҡоҙоҡтарын алыштырырға һәм профилактик саралар күрергә ниәтләйбеҙ.

- Коммуналь түләүҙәрҙе ваҡытында түләмәү һеҙҙең дә эшегеҙҙе тотҡарлай. Шулаймы?

- Һыу менән файҙаланыусыларҙы намыҫлы булырға саҡырабыҙ. Улар ваҡытында түләмәһә, хеҙмәткәрҙәребеҙ үҙ бурыстарын тулыһынса башҡара алмаясаҡ, эш хаҡын түләү ҙә тотҡарланасаҡ.

- Район үҙәгендә йәшәүселәр йыш ҡына шундай һорау менән сыға: аварияларҙы бөтөрөү буйынса ваҡыт нормаһы бармы-юҡмы, ғөмүмән, авария хеҙмәтенең эше нисек ойошторолған?

- Авариялар йылдың төрлө миҙгелендә, тәүлектең төрлө ваҡытында булыуы мөмкин. Уларҙың эҙемтәлерен бөтөрөү ваҡыты сикләнмәгән, әммә бөтә эштәрҙе тәүге 1-1,5 сәғәттә тамамларға тырышабыҙ. Һыуҙы хлорлағанда йәки һүндергәндә, таҙа һыу һаҡланған резервуарҙарҙы һәм һыу торбаларын таҙартҡанда халыҡты ике аҙна алдан киң мәғлүмәт саралары аша йәки күренгән урындарға иғландар элеп, кәрәк булһа, эре ойошмаларҙы һәм социаль тәғәйенешле объект етәкселәрен авариялар һәм башҡарыласаҡ эштәр тураһында алдан иҫкәртәбеҙ.

Предприятиела ике алмаш авария бригадаһы булдырылған, диспетчер халыҡтан телефон аша заявкаларҙы тәүлек әйләнәһенә һәм ял көндәрендә лә ҡабул итә, уларҙы теркәп бара. Бер бригадаға водитель, ике слесарь инә, уларға экскаваторсы ярҙамға килә ала. Үҙҙәренең эштәрен намыҫлы башҡарған бригада хеҙмәткәрҙәре - экскаватор машинисы Салауат Рафиҡов, водителдәр Юрий Белоклоков, Рәмил Хәкимов, слесарҙар Винер Ҡоланбаев, Эдуард Артюшкин, Павел Шарыгин, Айрат Баймөхәмәтовтар маҡтауға лайыҡ. Әгәр ҙә беҙҙең ойошма күрһәткән хеҙмәттәр һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәһә йәки һорауҙарығыҙ булһа, һәр кем беҙгә килеп йәки телефон аша, йәки яҙма рәүештә мөрәжәғәт итә ала.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.


Автор фотоһы.



Читайте нас: