Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ауылдарҙа ла заманса ҡала мөхите булдырыласаҡ

2017 йылда илдә “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” өҫтөнлөклө проект тормошҡа ашырыла башланы. Ул ҡала территорияларын комплекслы үҫтереүгә, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә, күпләп ял итеү урындарын уңайлы итеүгә йүнәлтелгән. Мәсьәләне хәл итеүҙә тәү сиратта халыҡ ҡатнаша, улар һуңғы планға инәсәк ауыл объекттары теҙмәһен булдыра. Проект 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән.

2017 йылда илдә “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” өҫтөнлөклө проект тормошҡа ашырыла башланы. Ул ҡала территорияларын комплекслы үҫтереүгә, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә, күпләп ял итеү урындарын уңайлы итеүгә йүнәлтелгән. Мәсьәләне хәл итеүҙә тәү сиратта халыҡ ҡатнаша, улар һуңғы планға инәсәк ауыл объекттары теҙмәһен булдыра. Проект 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Үткән йылда унда Башҡортостан Республикаһының 23 муниципаль берәмеге ҡатнашҡан, 416 йорт алдары һәм 37 йәмәғәт территориялары төҙөкләндерелгән, урамдарға яҡтылыҡ үткәреү, автомобиль туҡталҡаларын, ял итеү урындарын, контейнерҙар урынлашҡан майҙансыҡтарҙы һәм скверҙарҙы булдырыу эштәре башҡарылған.

Быйыл проектта бөтә муниципаль берәмектәр ҡатнашасаҡ. Муниципаль программаларҙы финанслауға бөтәһе бер миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 891 миллион һум, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан – 175 миллион һум. Сумманың өстән ике өлөшө күп фатирлы йорттарҙың ишек алдарын төҙөкләндереүгә, ә өстән бер өлөшө мөһим йәмәғәт урындарын яҡшыртыуға бүленә.

Яңыраҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов Башҡортостанда заманса ҡала мөхитен булдырыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын уҙғарҙы.

Өҫтөнлөклө проектты 2018-2022 йылдарҙа тормошҡа ашырыр өсөн республика райондары һәм ҡалалары һайлап алыу турында ҡатнаша.

9 февралгә тиклем ҡала территорияларында рейтингылы һорау алыуҙа ҡатнашасаҡ урындарҙы йәмәғәт территориялары исемлегенә индереү буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителәсәк. “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса бүлектәр, унда ҡатнашыусылар, шулай уҡ документтар район хакимиәтенең һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәренең рәсми сайттарында бар. Март айында күрһәтелгән проекттар буйынса тауыш биреү буласаҡ, уның йомғаҡтары буйынса иң яҡшылары муниципаль программаға индереләсәк.

Мәҡсүт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхмәтйән ВӘЛИТОВ белдереүенсә, алдағы йылдарҙа ауыл биләмәһендәге күп фатирлы урынлашҡан йорттарҙың янында урынлашҡан тротуарҙарҙың, йәйәүлеләр йөрөү урындарының өҫкө асфальт ҡатламын, урам яҡтылығын, кәртәләүҙе ремонтлау, клумбаларға сәскәләр ултыртыу һәм газондарҙы сәсеү, фонтан булдырыу, балалар һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн спорт-уйын майҙансыҡтарын ҡуйыу, сүп-сар өсөн урналар ҡуйыу күҙаллана. Сараларҙы финанслау 2018 йылға 7019,00 мең һум күләмендә ҡаралған, шул иҫәптән федераль бюджеттан - 6174,9 мең һум, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан - 842,0 мең һум, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан –2,4 мең һум. Һөҙөмтәлә төҙөкләндерелгән күп фатирлы йорттарҙың ишек алдары территорияһы майҙаны 0,2, ә йәмәғәт урындары 0,1 гектарға артасаҡ, төҙөкләндерелгән йәмәғәт урындары менән файҙаланған халыҡ һаны ла артасаҡ.

Рәшит САБИТОВ, Йомағужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:

-“2018-2022 йылдарға иҫәпләнгән Йомағужа ауыл биләмәһендә заманса ҡала мөхитен булдырыу өҫтөнлөклө проекты тормошҡа ашырыу” проекты 2017 йылдың 25 октябрендә раҫланды һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең рәсми сайтында, мәғлүмәт таҡтаһына ҡуйылды. Йомағужала күп фатирлы йорттарҙың һаны күп булыуын иҫәптә тотҡанда, башҡарыласаҡ эштәр күләме лә ҙур буласаҡ. Улар араһында күп фатирлы йорттарҙың ишек алдарына үтеп инеү урындарының өҫкө түшәмен ремонтлау, йорт алдарында яҡтылыҡ үткәреү, эскәмйәләрҙе, сүп-сар өсөн урналарҙы ҡуйыу, балалар өсөн спорт майҙансыҡтарын булдырыу. 2018 йылда программа буйынса төҙөкләндереү буйынса сараларға 7019,00 мең һум аҡса бүленәсәк, шул иҫәптән федераль бюджеттан - 18542,5 мең һум, республика бюджетынан – 2528,5 мең һум.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.

Читайте нас: