Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
13 Сентябрь 2024, 16:01

Спорт һөйөүселәрҙе берләштереп

 Бөгөн Бикбулат ауылында “Милләттәр кросы” сиктәрендә еңел атлетика буйынса спорт ярышының һайлап алыу туры үтте.  Спорт һәм балалар майҙансығында уҙған сара мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен дә, ауылдың урта һәм өлкән йәштәге кешеләрен дә йәлеп итте.

Спорт һөйөүселәрҙе берләштереп
Спорт һөйөүселәрҙе берләштереп

 Урал ауыл биләмәһе башлығы Илнур Сәйфуллин, район хакимиәтенең спорт һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса начальнигы Алина Лысенко, Бикбулат ауылы мәктәбе директоры Рәмилә Баймырҙина спорт һөйөүселәрҙе ихлас тәбрикләп, һәммәһенә уңыштар теләне.

 Майҙансыҡта спорт сараһында ҡатнашыусылар өсөн сәй табыны әҙерләнгәйне. Балалар саф һауала йүгереп, сәләмәтлектәрен дә нығытты, бер юлы тәмлекәстәр менән дә һыйланды. Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанды.

 Биләмә башлығы ярышта ҡатнашҡан өлкәндәрҙе айырым бүләкләп үтергә онотманы. Әйткәндәй, иң өлкән спортсменға - Миңзаһир Алдашевҡа 87 йәш. Тимәк, Бикбулат ауылының үҫеп килеүсе йәш быуынына һәр яҡлап өлгө алырлыҡ аҡһаҡалдар бар. Шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы!     

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: