Халыҡты физик культураға, спортҡа йәлеп итеү, күмәк кеше ҡатнашлығында спорт саралары уҙғарыу, юғары квалификациялы спортсылар әҙерләү маҡсатында ҡабул ителгән “2022-2027 йылдарға муниципаль районда физик культураны һәм спортты үҫтереү” программаһы эшләп килә.
“Демография” милли проекты буйынса 2023 йылда Мораҡ 1-се урта мәктәбе территорияһында сәләмәт йәшәү тормошон үҙ итеүселәр өсөн яңы үҙәк барлыҡҡа килде, унда төрлө кимәлдәге перекладиналар, турниктар, гимнастик снарядтар урынлаштырылған, көс һәм кардиотренажерҙар урынлаштырылған. Был майҙансыҡ ГТО нормативтарын үтәү өсөн яңы мөмкинлектәр бирә.
Уҙған йылда Бикбулат ауылында яңы спорт майҙансығы барлыҡҡа килде, уны бикбулаттар “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, еңеү яулағаны өсөн төҙөй алды.
2024 йылдың тәүге яртыйыллығында ауыл халҡы араһында сәләмәт йәшәүҙе пропагандалауға йүнәлтелгән 53 район, район-ара ярыш, акция һәм башҡа саралар ойошторолдо, уның 17-һе - район, 6-һы – район-ара, 2 –һе – төбәк, уларға 5800 тирәһе кеше йәлеп ителде.
Республиканың ауыл спорт уйындары – физкультура һәм спорт үҫешендә мөһим этап. Ул “Спорт – тормош нормаһы” федераль проекты сиктәрендә булдырылды. Беҙҙең спортсылар 9 төр: волейбол, хоккей, мини-футбол, шашка, масс-рестлинг, шахмат һәм баскетбол буйынса сығыш яһаны. Ике төрҙөң зональ этаптары Күгәрсен ерендә үтте, был да беҙҙең райондың спорт тормошо өсөн мөһим ваҡиға. Волейбол, мини-футбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары айырыуса уңышлы сығыш яһаны һәм улар БР финалына үтте.
Уҙған йылдан республикала 60 йәштән өлкән йәштәге граждандар өсөн физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәтенә социаль заказ проекты эшләп килә. ГТО нормативтарын үтәгән һәм ниндәй ҙә булһа билдә алған пенсионерҙар физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәте өсөн - скандинав таяғы менән төркөм менән йөрөү, йога, аквааэробика, йөҙөү, фитнес-аэробика, дөйөм физик әҙерлек, гимнастика (цигун, пилатес, стречинг), интеллектуаль уйындар(шашка, шахмат),саңғыла йөрөү - 10 мең һумлыҡ серификат ала ала. Ошо проект сиктәрендә беҙҙең райондан 18 граждан сертификатҡа лайыҡ булды.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе балаларһәм үҫмерҙәр менән эшләүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай. Спорт мәктәбендә 36 төркөм, 12 бүлексә эшләй, 567 бала волейбол, футбол, мини-лапта, йөҙөү, баскетбол, шахмат, бокс, милли көрәш, өҫтәл теннисы һәм мини-футбол менән шөғөлләнә, улар менән 23 тренер эшләй. Быйыл спорт мәктәбе базаһында 378 кеше ГТО нормативтарын тапшырҙы. Бында белем биреү ойошмалары араһында спартакиаданың муниципаль этаптары, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе беренселектәре, төрлө турнирҙар, ГТО фестивалдәре үтә.
Махсус хәрби операция яугирҙарына арнап уҡыусылар араһында йөҙөү буйынса ярыш уҙғарылды, унда 2010 йылғы һәм унан йәшерәк егет-ҡыҙҙар ярышты; махсус хәрби операция зонаһында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса ярыш; Ейәнсура районында милли көрәш буйынса район-ара турнир уҙғарылды, унда А.Шәрипов һәм А.Мәжитовтың тәрбиәләнеүселәре бик матур сығыш яһаны.
Тәүәкән ауылында Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов иҫтәлегенә турнир үткәрелде, Күгәрсен ауылында хәрби летчик, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡыҙыл Байраҡ, Миңлеғәли Шайморатов ордендары кавалеры Илдус Хәлитов иҫтәлегенә саңғы ярыштары, Рәсәй Геройы М.Рафиҡов иҫтәлегенә, Исем ауылында яугир-интернационалистар Р.Яҡупов һәм З.Ишкилдин иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыштар, Мораҡта Советтар Союзы Геройы В.Копылов иҫтәлегенә еңел атлетика эстафетаһы уҙғарылды. Уларҙа бөтә ауыл биләмәләренән төрлө йәштәге граждандар ҡатнашты.
Февралдә беҙҙең район Урал аръяғы муниципаль берләшмәләре спартакиадаһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте, унда республиканың 7 районынан һәм Сибай ҡалаһынан спорт һөйөүселәр йыйылды. Улар 7 төр буйынса ярышты һәм беҙҙекеләр иң көслөһө булып танылды һәм еңеү яуланы.
“Сәләмәтлек” төркөмөнөң 40 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған волейбол ярыштары иҫтә ҡалды. Был уникаль төркөм төрлө йәштәге, төрлө һөнәр һәм төрлө милләт кешеләрен берләштерә, улар сәләмәт йәшәү рәүеше генә алып бармай, ә бер-береһе менән аралаша, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Әлеге мәлдә лә уны ойоштороусылар - Евгений Давыдов, Рәил Әҡсәнов, Евгений Анищенко, Әхмәт Күҫәков һәм йәштәр район һәм республика ярыштарында лайыҡлы сығыш яһай.
Майҙа уҡыусылар араһында “Президент ярыштары” Бөтә Рәсәй спорт ярыштарының муниципаль этабы ойошторолдо. 5 төр буйынса барған ярыштарҙа М.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһы, Йомағужа 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Беҙ еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәрҙең, боксерҙарҙың, саңғысыларҙың, көрәшселәрҙең, йөҙөүселәрҙең, хоккейсыларҙың, футболсыларҙың һәм уларҙың тренерҙарының уңыштарына ҡыуанабыҙ. Беҙҙең уңыштарҙы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшмәкәрлеге, мәктәп, предприятие, ойошма һәм бағыусылар ярҙамынан тыш кҙ алдына килтереп булмай. Бөтәһенә лә ҙур рәхмәт! Был көн һеҙҙең өсөн һаулыҡ, әүҙемлек һәм яңы ҡаҙаныштар көнө булып торһон! Бергәләп уны онотолмаҫлыҡ итеп эшләйек!
Алина ЛЫСЕНКО, район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге начальнигы.
“Юғары кимәлдә физик культура һәм спорт һорауҙары тураһында фекер алышабыҙ, шуныһы мөһим. Быны меңләгән тренер, йөҙәр меңләгән егет-ҡыҙҙарыбыҙ күрә. Беҙ йәмғиәткә физкультура менән спорттың республиканың дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше икәнен күрһәтәбеҙ.”
Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың 2024 йылдың 17 февралендә физик культура һәм спортты үҫтереү һорауҙары буйынса Совет кәңәшмәһендәге сығышынан.