Мораҙым
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
20 Апрель , 11:20

Батырҙарҙың әсәләре алдында баш эйеп

 Әлеге ваҡытта балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙҙең яҡты иҫтәлегенә арналған ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында район волейбол ярыштары бара.  Мәртәбәле сараға илебеҙгә батыр улдар үҫтергән ата-әсәләр килде.

Батырҙарҙың әсәләре алдында баш эйеп
Батырҙарҙың әсәләре алдында баш эйеп

 Тантаналы өлөштә улар адресына йылы тәбрикләү һүҙҙәре яңғыраны, ихтирам-хөрмәт күрһәтелде, еребеҙҙәге именлек хаҡына йәшләй генә ғәзиз башҡайҙарын һалған яҡташ егеттәребеҙ бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.

 Ғәлим Кинйәбулатов менән Фәрүәз Миңлебаев башҡарған моңло йырҙар үҙәктәрҙе өҙҙө.

 Батырҙар даны – мәңгелек. Илебеҙ һәм еребеҙ өсөн шәһит киткәндәрҙең ата-әсәләре алдында һәр беребеҙ баш эйергә бурыслы.

 (Фотола – батыр улдар үҫтергән ата-әсәләр спортмендар менән)

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: