Мораҙым
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
27 Сентябрь 2023, 11:59

Ысын патриоттар тәрбиәләнә бында

27 сентябрь – Бөтә донъя туризм көнө    Мораҡ ауылында уңышлы эшләгән Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге йәш быуынды спортҡа һәм туризмға, һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә тос өлөш индерә.  Үҙәктә өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләүсе Рәфис Йәрмөхәмәтов әйтеүенсә, бында туристик профилле 11 түңәрәктә бөтәһе 148 уҡыусы шөғөлләнә. Һыу, велосипед, спелеологик, йәйәү һәм саңғыла йөрөү кеүек туризм төрҙәренә өҫтөнлөк бирелә.

Ысын патриоттар тәрбиәләнә бында
Ысын патриоттар тәрбиәләнә бында

 Үҙ эшен белгән педагогтарынан, йәғни остаздарынан, өлгө һәм төплө белем алып, йәш туристар район ғына түгел, республика кимәлендә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

 Тыуған яғын һөйгән, ныҡлып өйрәнгән һәм һау-сәләмәт тормошҡа, спортҡа ынтылған ысын патриоттар үҫтереүсе тәрбиә мәктәбе ул – Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү балалар һауыҡтырыу-белем биреү үҙәге!

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: