Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
15 Август 2023, 11:30

Йәшлек дәртен эшкә егеп

 Мәғариф өлкәһен һайлап, бар йөрәген балаларға бағышлаған уҡытыусылар араһында йәштәрҙең булыуы – оло ҡыуаныс.  Ил ағаһы исемен алыусы Мораҡ башҡорт гимназияһының физкультура уҡытыусыһы һәм педагог-ойоштороусыһы Әлиә Ташбулатова йәшлек дәрте, киләсәккә яҡты маҡсаты менән арбай.

Йәшлек дәртен эшкә егеп
Йәшлек дәртен эшкә егеп

 Уның был еңел булмаған өлкәлә эшләүенә бары тик бер йыл тула. Әммә йыл дауамында спорт менән дуҫ кешенең рухы ныҡ булыуын үҙ өлгөһөндә күрһәтеп тә өлгөрҙө, үҙе артынан балаларҙы эйәртте. Ул етәкләгән бишенселәр хәҙер 6-сы “ш” класына бара, йәғни гимназияла тағы ла бер шайморатовсылар класы асыла. Мәктәп етәкселегенең дә, Әлиә Ташбулатованың да башҡорт рухлы, уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә атлығып тороусы буласаҡ алтынсыларға өмөтө ҙур.

 Маҡсатлы, талымһыҙ, бала йәнле Әлиә Илфаҡ ҡыҙына киләсәктә лә дәрт-дарманы һүрелмәүен, юлдарында гел уңыштар һағалап тороуын теләге килә.

 Тулыраҡ яҙмабыҙҙы баҫманың 32-се һанынан уҡырға мөмкин.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: