Иң күп мәрәй йыйыусы Артур Әбдрәхимов (юҡҡа ғына спорт, йәштәр бүлеген етәкләмәй!) лайыҡлы 1-се, Александр Филиппов исемендәге Йомағужа 1-се урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Айнур Хәйеров 2-се, шахмат өлкәһенең “аҡһаҡалы” Мәрүәт Айбасов 3-сө урынды алды.
Еңеүселәр район хакимиәтенең маҡтау грамоталары, кубок, миҙалдар менән бүләкләнде һәм төп бағыусы - ҡортсо, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Николай Хрипуновтан татлы призға эйә булып ҡыуанды. Ғөмүмән, турнирҙа ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә данлы күгәрсен балынан өлөш сығарылды.
“Баллы турнир” бында ҡатнашҡан һәр кемгә рухи йыуаныс, яҡшы кәйеф, татлы минуттар бүләк итте.