Турнирға күгәрсендәр генә түгел, Түлгәндән, Ейәнсура, Йылайыр районынан шахмат һөйөүселәр килде. Ейәнсура ҡунағы – тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү директоры, халыҡ, йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында шахмат уйындарын пропагандалау буйынса әүҙем эш алып барыусы Миҙхәт Аҫылбаев: “Иҫәнғолдан бөтәһе ете шахматсы килде. Күгәрсен-Ейәнсура районы оҫталары бер ҡасан да бәйләнеште өҙмәй, үҙ-ара дуҫлашып бөттөк”,- тип фекерен белдерҙе. Шул йәмле төбәктән килгән Хөрмәт Фәхретдиновҡа, баҡтиһәң, тиҙҙән 90 йәш икән! Педагогик хеҙмәт ветеранын, тәжрибәле оҫтаны Мәрүәт Айбасов шул уңайҙан ҡотлап, уға матур теләктәрен еткерергә онотманы.
Эйе, спортта иң мөһиме – дуҫлыҡ, берҙәмлек; сәмле уйын бында ҡатнашҡан һәр кемгә рухи йыуаныс, яҡшы кәйеф бүләк итһен. Николай Александрович менән Мәрүәт Айбасов та шул хаҡта фекерен белдереп, шахмат оҫталарына матур теләктәрен еткереп, турнирға старт бирҙе.