... Ул осорҙа август селләһе ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хозур тәбиғәтле Бөрйән еренең саф һауаһынан, уйсан, талғын Иҙел яғынан наҙлап иҫкән елдәренән үк күңел туҫтағым моң-наҙға тулып сайпылғандай булды. Түбәләре күккә олғашҡан ҡаялар, мәғрур ҡарағайҙар ҡуйынында үҙемде бәләкәс кенә ҡошсоҡ итеп хис иттем. “Урал батыр”ҙа “һайраған” Һомай булһам, билләһи, күңел һағыштарын моң-зар итеп түгел, тап ошо ергә дан йыры итеп түгер, илебеҙгә именлек теләп һайрар инем дә...
Диуарҙарында беҙҙең эраға тиклем төшөрөлгән һүрәттәрҙе һаҡлаған, шуның менән донъякүләм танылыу алған Шүлгәнташ мәмерйәһенә уҙабыҙ. Әкиәттәге серле ҡумтаны хәтерләтә ул, бары тик уны асыр өсөн алтын асҡыс ҡына кәрәкмәй: бында һәр кемгә юлдар асыҡ. Ингән ерҙә һул яҡтан Зәңгәр күл иғтибарҙы йәлеп итә; тап шул төпһөҙ күлдән юл алыусы ер аҫты йылғаһы - Шүлгәндең артабан Ағиҙелгә ҡушылыуы үҙе үк бер мөғжизә түгелмени?!. Төпкәрәк үткән һайын һалҡын бөркөлгән мәмерйә сәйер, шомло тынлыҡ менән үҙенә әүрәтә. Эйе, эйе! Мәмерйәнең тартыу көсө шул тиклем ҡеүәтле, “ҡулына төшөргән” әсирен тиҙ генә ебәргеһе килмәгән төҫлө... Башҡалар кеүек беҙ ҙә мәмерйә эргәһендә оҙаҡ тапандыҡ, сағыу ҡояш нурҙарында бар йәйғор төҫтәрендә балҡыған ҡаяларға бағып, ябай һүҙҙәр менән әйтеп аңлатыуы мөмкин булмаған яҡты уй-кисерештәр солғанышында иҙрәнек.
Артабан асыҡ һауала ауыҙҙа иреп торған ҡоймаҡ, мең шифалы, татлы Бөрйән балы менән самауыр сәйенән ауыҙ итеү ҙә йәнгә сихәт биргәндәй булды. Бер йәйҙә Күгәрсен еренең моңло Эйеген һәм Мораҙым тауҙарын, әкиәти Бөрйәндең Иҙелен һәм тере сер һандығы булған Шүлгәнташын үҙһенеп өлгөргән Өфө ҡунағының: “Был йәйем минең иң яҡшыһы, күңеллеһе!” тиеүе лә күңелгә майҙай яғылды. Элегерәк ял итер өсөн Турцияға осорға яратҡан әсәһе лә: “Һеҙҙә икән ысын ожмах! Эйек менән Иҙелдә кинәнеп һыу ингәс, хәҙер диңгеҙ ярҙарына күңелем дә тартмай”, - тип әйтеп һалды.
Тәбиғәт ҡосағында, серле Бөрйән ерендә төшкән фотоларға ҡарайым да, Матвейға аҡ теләктәр юллайым:
- Ығы-зығылы ҡала тормошонда тупаҫланмаған күңелең тәүге ҡарҙай гел аҡ, яҡты булһын, ә күңелле, көләс йөҙлө йәйҙәрең һәр йыл һайын алда ҡолас йәйеп көтөп торһон!