Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
13 Август 2022, 13:24

Үҙебеҙҙекеләргә еңеү теләйек!

Бөгөн Өфөнөң "Патриот" паркында "Геройҙар уҙышы" үтә!Был юлы унда Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре ярыша.  Беҙҙең район данын район хакимиәте вәкилдәре яҡлай, уларға еңеү теләйек!

Үҙебеҙҙекеләргә еңеү теләйек!
Үҙебеҙҙекеләргә еңеү теләйек!

 Ҡаршылыҡ һыҙығына Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән, БР Хөкүмәтенән, төрлө министрлыҡтарҙан һәм муниципалитеттарҙан бөтәһе 103 команда көс һынаша. Улар үҙ өлгөһө менән республика халҡына физик культура һәм спортты популярлаштырыуҙа ярҙам итәсәк, үҙҙәрен яҡшы физик әҙерлектә булыуҙарын күрһәтәсәк.
Уҙыш Рәсәйҙә тиңе булмаған бик уникаль трассала үтәсәк. Ҡатнашыусылар һыу ҡаршылыҡтары, юғары стеналар, ҡоймалар, ер аҫты тоннелдәре, канаттар, траншеялар, сәнскеле тимер сыбыҡтар аша үтәсәк. Был ҡаршылыҡтар шул рәүешле һайланған: ярышта ҡатнашыусылар төрлө ҡаршылыҡлы "кәртә"ләр аша уҙғанда, уларҙың бөтә "тамырҙары" ла хәрәкәтсәнгә әүерелә.
Шулай уҡ парк майҙансыҡтарында баскетбол буйынса Бөтә Рәсәй төбәк этабының "Һары туп" ("Оранжевый мяч") ярышы була. Унда республиканың барлыҡ муниципалитеттарынан 120 команда ҡатнаша һәм иң көслөләре асыҡланасаҡ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: