Мораҙым
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
25 Сентябрь 2021, 13:50

Олоһо ла, кесеһе лә стартҡа баҫты

Бөгөн Һабантуй яланында "Милләттәр кросы" уҙҙы. Быйыл ул Рәсәй Геройы Юрий Климовтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Кросс йылдағыса бөтә район йүгеректәрен – мәктәп уҡыусыларын, учреждение, предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәрен, ауыл биләмәләре вәкилдәрен, хаҡлы ялдағыларҙы берләштерҙе.   Иртәнге 9-10-дарға Һабантуй яланы йүгеректәр менән тулғайны инде. Уларҙың күбеһе төрлө дистанцияларҙа үҙенең физик хәл-торошон һынап ҡарарға килһә, ҡалғандары уларҙың көйәрмәндәре – етәкселәре, олатай-өләсәйҙәре, атай-әсәйҙәре, балалары ине. Кросс һәр ваҡыттағыса юғары ноталарҙа – ҡотлауҙар һәм район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең күңелле сығыштары менән башланды. Сарала ҡатнашыусыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев әйткәнсә, бындай сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүсе, иң мөһиме – башҡалар рәтендә үҙ көсөңдө һынап ҡарау. Шулай ҙа бөтәһенән дә алда килгән һәм призлы урындар алған йүгеректәр, барыбер ҙә, айырым бер кинәнес, ҡыуаныс кисергәндер. Уларҙың барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ!

Олоһо ла, кесеһе лә стартҡа баҫты
Олоһо ла, кесеһе лә стартҡа баҫты

Бөгөн Һабантуй яланында "Милләттәр кросы" уҙҙы. Быйыл ул Рәсәй Геройы Юрий Климовтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Кросс йылдағыса бөтә район йүгеректәрен – мәктәп уҡыусыларын, учреждение, предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәрен, ауыл биләмәләре вәкилдәрен, хаҡлы ялдағыларҙы берләштерҙе.  

Иртәнге 9-10-дарға Һабантуй яланы йүгеректәр менән тулғайны инде. Уларҙың күбеһе төрлө дистанцияларҙа үҙенең физик хәл-торошон һынап ҡарарға килһә, ҡалғандары уларҙың көйәрмәндәре – етәкселәре, олатай-өләсәйҙәре, атай-әсәйҙәре, балалары ине.

Кросс һәр ваҡыттағыса юғары ноталарҙа – ҡотлауҙар һәм район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең күңелле сығыштары менән башланды.

Сарала ҡатнашыусыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев әйткәнсә, бындай сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүсе, иң мөһиме – башҡалар рәтендә үҙ көсөңдө һынап ҡарау. Шулай ҙа бөтәһенән дә алда килгән һәм призлы урындар алған йүгеректәр, барыбер ҙә, айырым бер кинәнес, ҡыуаныс кисергәндер. Уларҙың барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: