Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
15 Сентябрь 2021, 11:25

Әлмәстә яңыртылған спорт залы асылды

Кисә Әлмәс төп дөйөм белем биреү мәктәбендә яңыртылған спорт залы асылды. Спорт залын төҙөкләндереү өсөн “Һәр баланың уңышы”, “Балалар спорты” проекттары сиктәрендә федераль бюджеттан һәм район ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән. Төҙөкләндереү барышында тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған, түбә-стеналар ремонтланған, спорт ҡорамалдары һатып алынған һ.б. эштәр башҡарылған.

Әлмәстә  яңыртылған спорт залы асылды
Әлмәстә яңыртылған спорт залы асылды

Мәктәптә уҡыусы 40 баланың һәм уҡытыусылар коллективының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, яҡташыбыҙ Зариф Байғусҡаров, төҙөлөш эштәрен атҡарып сыҡҡан ойошма вәкиле Илшат Айытҡужин, Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раиль Иҫәнбирҙин ла килгәйне.

 Заманса төҫ алған спорт залы балаларҙың шат тауыштарына күмелде. Иң мөһиме – спорт залы алдағы йылдарҙа бушап ҡалмаһын, ауылда балалар һаны кәмемәһен инде!  #НацпроектОбразование #ОбразованиеВПриоритете #УспехКаждогоРебенка

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: