Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
14 Август 2021, 11:44

Спорт һөйөүселәрҙе берләштерҙе

Йыл һайын августың икенсе шәмбеһендә илдә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы район үҙәгендәге “Бөркөт” стадионында үткән байрам сараһының тантаналы өлөшөндә район етәксеһе Ғайса Янбаев йәш быуынды спортҡа, һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙә тынғыһыҙ эш башҡарыусы бар физкультура уҡытыусыларын, тренер-преподавателдәрҙе ихлас тәбрикләне.  Намыҫлы хеҙмәте менән айырылғандарҙы маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.

Спорт һөйөүселәрҙе берләштерҙе
Спорт һөйөүселәрҙе берләштерҙе

 

 Төрлө спорт сараларында әүҙемлек күрһәтеп, район ғына түгел, республика кимәлендә бейек үрҙәр яулауға ирешкән мәктәп уҡыусылары ла, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тейешенсә үтәгән спорт һөйөүселәр ҙә етәкселек иғтибарынан ситтә ҡалманы.

 Артабан физкультура уҡытыусылары, тренер-преподавателдәр лапта уйынында көс һынашты. Төштән һуң Теләүембәт ауылында флорбол, ә Йомағужа ауылында еңел атлетика, шахматтар буйынса ярыштар үтәсәк.

 Һис шикһеҙ, бындай әһәмиәтле сара спорт һөйөүселәрҙе берләштереүгә үҙ өлөшөн индерәсәк.  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: