Мораҙым
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
21 Июль 2021, 15:15

Олеся Паралимпия уйындарында ҡатнашасаҡ!

Иртәгә Японияның баш ҡалаһы Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындары башлана. Билдәле булыуынса, Олимпиаданан һуң бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында Паралимпия уйындары ойошторола. Быйыл ул 24 августан 5 сентябргә тиклем уҙасаҡ.  Унда беҙҙең яҡташыбыҙ Олеся Байсарина ла ҡатнашасаҡ!  Олесяның әсәһе Зилә Фәтхетдин ҡыҙы Күгәрсен ауылы ҡыҙы булһа, атаһы Хәмит Нәсибулла улы Дөмбәйҙә тыуып үҫкән. Әлеге көндә Олеся ла, Зилә апай ҙа Ханты-Мансы округына ҡараған Нижневартовск районының Излучинск ҡасабаһында йәшәй.  “Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры” тигән юғары исемгә лайыҡ булған Олесяның донъя һәм Рәсәй кимәлендәге уңыштары бик күп. Уларҙы һанап тормаһаҡ та, һуңғыларын телгә алмау яҙыҡ булыр: быйылғы йылдың февраль айында ул Сыуашстан Республикаһының Яңы Чебоксар ҡалаһында терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында уҙған Рәсәй Кубогы һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашып, йәҙрә ырғытыу буйынса 2-се урынға лайыҡ  була. Март айында Төньяҡ Африканың Тунис Республикаһында терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған еңел атлет спортсылары араһында уҙғарылған Гран-прила йәҙрә ырғытыу буйынса 4-се урын ала. Снарядты ул был юлы 5,52 метр арауыҡҡа ташлай. 59 илдән килгән 600 ҡатнашыусы араһында (!) үҙен көслө спортсы итеп танытҡан Олеся менән ғорурланмау мөмкин түгел! Уҙған йылда Олесяның тормошонда йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға булған – ул әсә булыу бәхетен татыған. Әйткәндәй, Олеся Хәмит ҡыҙы 2016 йылда Рио-де Жанейро ҡалаһында уҙған Паралимпиадала ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең йыйылма командаһына индерелгән була. Әммә хәтерләйһегеҙҙер: үкенескә күрә, илдәге сәйәси ваҡиғалар арҡаһында Рәсәй 2016 йылдағы Паралимпия уйындарынан ситләштерелде. Рәсәй спортсылары өсөн үткәрелгән альтернатив ярыштарҙа Олеся күрһәткән һөҙөмтәләрҙе Паралимпия ярышсыларыныҡы менән сағыштырыу шуны асыҡлаған: яҡташыбыҙ донъя рейтингында икенсе урынды алыр ине!

Олеся  Паралимпия уйындарында ҡатнашасаҡ!
Олеся Паралимпия уйындарында ҡатнашасаҡ!

Иртәгә Японияның баш ҡалаһы Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындары башлана. Билдәле булыуынса, Олимпиаданан һуң бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында Паралимпия уйындары ойошторола. Быйыл ул 24 августан 5 сентябргә тиклем уҙасаҡ.  Унда беҙҙең яҡташыбыҙ Олеся Байсарина ла ҡатнашасаҡ!

 Олесяның әсәһе Зилә Фәтхетдин ҡыҙы Күгәрсен ауылы ҡыҙы булһа, атаһы Хәмит Нәсибулла улы Дөмбәйҙә тыуып үҫкән. Әлеге көндә Олеся ла, Зилә апай ҙа Ханты-Мансы округына ҡараған Нижневартовск районының Излучинск ҡасабаһында йәшәй.

 “Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры” тигән юғары исемгә лайыҡ булған Олесяның донъя һәм Рәсәй кимәлендәге уңыштары бик күп. Уларҙы һанап тормаһаҡ та, һуңғыларын телгә алмау яҙыҡ булыр: быйылғы йылдың февраль айында ул Сыуашстан Республикаһының Яңы Чебоксар ҡалаһында терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында уҙған Рәсәй Кубогы һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашып, йәҙрә ырғытыу буйынса 2-се урынға лайыҡ  була. Март айында Төньяҡ Африканың Тунис Республикаһында терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған еңел атлет спортсылары араһында уҙғарылған Гран-прила йәҙрә ырғытыу буйынса 4-се урын ала. Снарядты ул был юлы 5,52 метр арауыҡҡа ташлай. 59 илдән килгән 600 ҡатнашыусы араһында (!) үҙен көслө спортсы итеп танытҡан Олеся менән ғорурланмау мөмкин түгел!

Уҙған йылда Олесяның тормошонда йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға булған – ул әсә булыу бәхетен татыған.

Әйткәндәй, Олеся Хәмит ҡыҙы 2016 йылда Рио-де Жанейро ҡалаһында уҙған Паралимпиадала ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең йыйылма командаһына индерелгән була. Әммә хәтерләйһегеҙҙер: үкенескә күрә, илдәге сәйәси ваҡиғалар арҡаһында Рәсәй 2016 йылдағы Паралимпия уйындарынан ситләштерелде. Рәсәй спортсылары өсөн үткәрелгән альтернатив ярыштарҙа Олеся күрһәткән һөҙөмтәләрҙе Паралимпия ярышсыларыныҡы менән сағыштырыу шуны асыҡлаған: яҡташыбыҙ донъя рейтингында икенсе урынды алыр ине!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: