Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
19 Июль 2021, 14:05

Өфө Бөтә Рәсәй «Йәйәү йөрөү көнө» старттарын ҡабул итергә йыйына

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов Рәсәйҙең Олимпия комитетына эш сәфәре барышында Олимпия комитетының ойоштороу идаралығы етәксеһе Игорь Степанов менән осрашты. Улар 2021 йылдың октябрендә Өфөлә Бөтә Рәсәй «Йәйәү йөрөү көнө» старттарын уҙғарырға планлаштырҙы. Шулай уҡ республиканың спорт министры Башҡортостандың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Үмәрпаша Ханалиев менән Спорт көрәше үҙәге һәм Волейбол үҙәге төҙөлөшө өсөн федераль аҡса йәлеп итеү тураһында фекер алышты. «Үҙебеҙҙең эшмәкәрлек хаҡында һөйләшеп килештек. Үмәрпаша Йосоп улы спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй федерациялары менән үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса эшмәкәрлегебеҙҙе ойоштороу мөмкинлеген дә әйтте. Яңы үҫеш нөктәләре, иң мөһиме – бергә эшләү», — тине Руслан Хәбибов. Башҡортостандың Спорт министрлығы федерация вәкилдәре менән республикабыҙ спортсыларын 2022 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерләү тураһында килеште.  

Өфө Бөтә Рәсәй «Йәйәү йөрөү көнө» старттарын ҡабул итергә йыйына
Өфө Бөтә Рәсәй «Йәйәү йөрөү көнө» старттарын ҡабул итергә йыйына

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов Рәсәйҙең Олимпия комитетына эш сәфәре барышында Олимпия комитетының ойоштороу идаралығы етәксеһе Игорь Степанов менән осрашты. Улар 2021 йылдың октябрендә Өфөлә Бөтә Рәсәй «Йәйәү йөрөү көнө» старттарын уҙғарырға планлаштырҙы.

Шулай уҡ республиканың спорт министры Башҡортостандың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Үмәрпаша Ханалиев менән Спорт көрәше үҙәге һәм Волейбол үҙәге төҙөлөшө өсөн федераль аҡса йәлеп итеү тураһында фекер алышты.

«Үҙебеҙҙең эшмәкәрлек хаҡында һөйләшеп килештек. Үмәрпаша Йосоп улы спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй федерациялары менән үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса эшмәкәрлегебеҙҙе ойоштороу мөмкинлеген дә әйтте. Яңы үҫеш нөктәләре, иң мөһиме – бергә эшләү», — тине Руслан Хәбибов.

Башҡортостандың Спорт министрлығы федерация вәкилдәре менән республикабыҙ спортсыларын 2022 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерләү тураһында килеште.  

Автор:
Читайте нас: