Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
17 Май 2021, 16:48

Елдән етеҙ елде арғымаҡтар

Үткән шәмбе Ишбирҙе ауыл биләмәһе территорияһында “Терра Башҡортостан” республика ат-спорт турнирына әҙерләнеү сиктәрендә һайлап алыу туры үтте.Ат ярышында “Утар”, “Тәүәкән” йәмғиәттәренән, Сергей Тужилкиндың крәҫтиән (фермер) хужалығынан, Нуҡай ауыл биләмәһенән һәм Рәфҡәт Ҡорбанаевтың шәхси хужалығынан һыбайлылар ҡатнашты.Сараның төп ойоштороусыһы һәм инициаторы – “Утар” йәмғиәте директоры Азамат Айытҡолов.Ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Ғәли Айытов етәкселегендәге судъялар коллегияһы һәр жокейҙы иҫәпкә ҡуйып, ярышҡа старт бирҙе. Бына, ниһайәт, юртаҡтар елдән етеҙ сабып та китте. Үҙ командаһы өсөн етәкселәр ҙә, тренерҙар ҙа, өйрәтеүселәр ҙә янып көйҙө. Сараны ҡарарға, дуҫтарын дәртләндерергә килгәндәр ҙә иптәштәре өсөн йә борсолоп, йә шатланып ат сабышын күҙәтте.

Үткән шәмбе Ишбирҙе ауыл биләмәһе территорияһында “Терра Башҡортостан” республика ат-спорт турнирына әҙерләнеү сиктәрендә һайлап алыу туры үтте.
Ат ярышында “Утар”, “Тәүәкән” йәмғиәттәренән, Сергей Тужилкиндың крәҫтиән (фермер) хужалығынан, Нуҡай ауыл биләмәһенән һәм Рәфҡәт Ҡорбанаевтың шәхси хужалығынан һыбайлылар ҡатнашты.
Сараның төп ойоштороусыһы һәм инициаторы – “Утар” йәмғиәте директоры Азамат Айытҡолов.
Ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Ғәли Айытов етәкселегендәге судъялар коллегияһы һәр жокейҙы иҫәпкә ҡуйып, ярышҡа старт бирҙе. Бына, ниһайәт, юртаҡтар елдән етеҙ сабып та китте. Үҙ командаһы өсөн етәкселәр ҙә, тренерҙар ҙа, өйрәтеүселәр ҙә янып көйҙө. Сараны ҡарарға, дуҫтарын дәртләндерергә килгәндәр ҙә иптәштәре өсөн йә борсолоп, йә шатланып ат сабышын күҙәтте.
Шулай итеп, яҡшыртылған тоҡомло аттарҙың 2400 метр дистанцияға сабышында Үрге Сирбайҙан килгән Рафаэль Ҡорбанаев еңеү яуланы. “Утар” йәмғиәтенән Александр Породькин икенсе булып килде. Өсөнсө урында – Динис Ҡорбанаев.
2000 метрға йүгергән эш аттары ярышында С.И.Тужилкиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы вәкиле Инсаф Буранбаев финишты иң беренсе булып үтте. Икенсе урынды “Тәүәкән” йәмғиәте вәкиле Айҙар Иҫәнбәков алды, ә өсөнсө баҫҡыста – “Утар”ҙан Азамат Йәрмөхәмәтов.
Башҡорт тоҡомло аттар 1400 метр дистанцияға ярышында “Тәүәкән”дән Илгиз Йомағужинға етеүсе булманы. Азамат Йәрмөхәмәтов – икенсе, Нуҡайҙан Радмир Әбйәлилов – өсөнсө.
Ат сабыштарын ҡарарға килеүселәрҙең һәр береһе бәйгене – башҡорт тоҡомло аттарҙа һыбайлыларҙың барыһы ла 6 километрға ярышыуын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Әммә спортта иң көслө, иң етеҙҙәргә генә еңеү йылмая. Был юлы ла Динис атлы егеткә етеүсе булманы, ул тәүгеләрҙән булып финишҡа килеп етте. Бәйгелә икенсе урынды Кинйә Собханғолов (“Утар” йәмғиәтенән) алды, Азамат Йәрмөхәмәтов (“Утар” йәмғиәте) өсөнсө урында булды.
Читайте нас: