Мораҙым
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
5 Май 2021, 13:01

Етеҙлектә көс һынашты әүҙемдәр

Бөгөн район үҙәгендә яҡынлашып килеүсе Бөйөк Еңеү көнө байрамы уңайынан һәм Советтар союзы геройы Василий Копылов иҫтәлегенә еңел атлетика буйынса эстафета үтте. Йәш быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, төрлө йәштәге спорт һөйөүселәрҙе берләштереү, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарылған сарала ҡатнашыусыларҙы урындағы мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, спорт комитеты рәйесе Илнур Сәйфуллин тәбрикләп, бәйгенән ситтә ҡалмағандары өсөн барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Бөгөн район үҙәгендә яҡынлашып килеүсе Бөйөк Еңеү көнө байрамы уңайынан һәм Советтар союзы Геройы Василий Копылов иҫтәлегенә еңел атлетика буйынса эстафета үтте.
Йәш быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, төрлө йәштәге спорт һөйөүселәрҙе берләштереү, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарылған сарала ҡатнашыусыларҙы урындағы мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, спорт комитеты рәйесе Илнур Сәйфуллин тәбрикләп, бәйгенән ситтә ҡалмағандары өсөн барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Еңеүселәр маҡтау грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнде.
Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте баҫманың киләһе һандарында уҡырға мөмкин.
Читайте нас: