Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
5 Май 2021, 10:38

Башҡортостан шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионын ҡаршыланы

Башҡорт ҡыҙы Тамара Танһыҡҡужина Польшала барған ярыштарҙа етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы!Кисә данлыҡлы яҡташыбыҙ еңеү яулап, Башҡортостаныбыҙға ҡайтты. Уны Өфө аэропортында ҡаршы алдылар һәм еңеүе менән ҡотланылар. Чемпионды тәбрикләргә ғаиләһе, дуҫтары, шашкасылар, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм башҡалар килгәйне.Әйткәндәй, ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаның тамырҙары беҙҙең райондың Аралбай ауылына бәйле, уның олатаһы менән өләсәһе ошо ауылда йәшәгән, ә Тамараның бәләкәй һәм үҫмер сағы ауылда - олатаһы-өләсәһе янында үткән. Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!!!

Башҡорт ҡыҙы Тамара Танһыҡҡужина Польшала барған ярыштарҙа етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы!
Беҙ ошондай мәртәбәле спортсыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Ул йәнә Рәсәй һәм Башҡортостан исемен барлыҡ ҡитғаларға яңғыратты.
Кисә данлыҡлы яҡташыбыҙ еңеү яулап, Башҡортостаныбыҙға ҡайтты. Уны Өфө аэропортында ҡаршы алдылар һәм еңеүе менән ҡотланылар. Чемпионды тәбрикләргә ғаиләһе, дуҫтары, шашкасылар, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм башҡалар килгәйне.
Әйткәндәй, ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаның тамырҙары беҙҙең райондың Аралбай ауылына бәйле, уның олатаһы менән өләсәһе ошо ауылда йәшәгән, ә Тамараның бәләкәй һәм үҫмер сағы ауылда - олатаһы-өләсәһе янында үткән.
Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!!!
Читайте нас: