Мораҙым
+25 °С
Облачно
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
9 Февраля 2021, 09:07

Исемдәр сәләмәт тормош яҡлы

Билдәле булыуынса, Исем ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша һәм ҙур аҡсалата премияға дәғүә итә. Финанс ярҙамды ауылды төҙөкләндереүгә йүнелтеп буласаҡ.Һуңғы арала Исем ауылы хакимиәте һәм урындағы актив төрлө мәҙәни һәм спорт сараларын үткәрҙе, ә яңыраҡ балалар һәм ололар араһында саңғы ярышын ойошторҙо.#Айыҡауыл2020​ #Трезвоесело2020​ #исимово​ #кугарчинскийрайон #ЗОЖ #Исимовскоесельскоепоселение#селоИсимово

Билдәле булыуынса, Исем ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша һәм ҙур аҡсалата премияға дәғүә итә. Финанс ярҙамды ауылды төҙөкләндереүгә йүнелтеп буласаҡ.
Һуңғы арала Исем ауылы хакимиәте һәм урындағы актив төрлө мәҙәни һәм спорт сараларын үткәрҙе, ә яңыраҡ балалар һәм ололар араһында саңғы ярышын ойошторҙо.
Ир-егеттәр алдан трассаны әҙерләп уны флагтар менән биҙәһә, ҡатын-ҡыҙҙар барыһын да эҫе сәй һәм тәмлекәстәр менән һыйланы.
Көн һыуыҡ тип тормай, сараға Тәүәкән, Теләүембәт, Исем, Йомағужа һәм Мораҡ 1-се һанлы урта мәптәптәре, Башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм башҡа ауылдарҙан кешеләр килде. Ҡатнашыусыларҙы ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм башҡа көйәрмәндәр дәртләндәреп торҙо. Саңғысыларға 500 һәм 1000 метр арауыҡты ваҡытҡа үтергә кәрәк ине.
Һөҙөмтәлә еңеүселәр тип Айҙар Әхмәров, Данир Зәйнетдинов, Айҙар Ишҡыуатов, Айгизә Хайсарова, Алһыу Ҡунаҡбаева (9-10 йәшлектәр), Динар Яппаров, Данис Сәйфуллин, Илназ Мөхәмәтов, Диана Имелбаева, Сөмбөл Булатова (11-12 йәшлектәр), Аяз Дәүләтбаев, Дамир Яҡупов, Рәмзил Якиев, Асҡар Табулдин, Дарья Петрова, Алина Ҡылысбаева, Айзилә Рыҫмөхәмәтова (13-15 йәшлектәр), Миләүшә Табулдина, Фәйрүзә Ибраһимова, Гөлнара Фазлаева, Руслан Фазлаев, Илгиз Сәғитов, Илшат Дәүләтбаев, Тимур Табулдин, Виктор Максаков, Байбулат Мырҙабулатов, Ринат Көсөкбаев (ололар араһында) танылды, уларға маҡтау грамоталары һәм миҙалдар тапшырылды.
Оҙаҡламай исемдәр барыһын да яҙҙы оҙатыу байрамына саҡырасаҡтар.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас