8 ғинуарҙа Сапыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенә волейбол яратыусылар йыйылды. Бында күптән килгән матур йолаға тоғро ҡалып, йыл да ҡышҡы каникул мәлендә ошо ауылда тыуып үҫкән Әхмәҙи Таһир улы Ибраһимов ир-егеттәр командалары араһында “Яҡташтар кубогы”на волейбол буйынса ярыштар ойоштора. Быйыл ул 11-се тапҡыр үткәрелде.